Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика ҡалаларында һәм райондарында яңы йыл сараларына әҙерлекте тикшерҙеләр. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, муниципалитеттарҙа бөтәһе 670 яңы йыл ҡаласығы йыһазландырыласаҡ, 1 855 шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект ҡуйыласаҡ. Өфөлә 71 шыршы һәм 21 яңы йыл ҡаласығы төҙөләсәк. – 5 декабргә тиклем тораҡ пункттарҙа биналарҙы, инеү төркөмдәрен, урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы архитектура яҡтыртыуын монтажы тамамланасаҡ, – тине Ирина Голованова. – Ә 22 декабргә яңы йыл ҡаласыҡтарын тантаналы асыуға әҙерләргә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Дәүләт техник күҙәтеүенә ҡышҡы тауҙарға техник баһа бирергә, ә муниципалитет башлыҡтарына – яңы йыл байрамдарында йәмәғәт тәртибен һаҡлау мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, яңы йыл каникулдары осоронда республика халҡы өсөн 28 мең күмәк сара ойошторола. Ваҡиғалар тураһында мәғлүмәтте т