Һеҙҙең иғтибарға төркөмөбөҙҙөң дуҫы Фәниләнең яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Тормош күргән өлкән дуҫтарыбыҙ араһында йәш ҡатынға кәңәш менән ярҙам итеүселәр булыр, тип ышанабыҙ. “Ғаиләбеҙгә көтмәгәндә оло ҡайғы килде: 69 ғына йәшендә атайыбыҙ вафат булды. Инсульт тинеләр. Бығаса бер ҙә һаулығына зарланып йөрөгәне булманы, емертеп эшләне, донъя көттө. Әсәйебеҙ менән беҙгә – өс балаға матур тәрбиә бирҙеләр, уҡыттылар, кеше иттеләр. Ныҡ матур, татыу йәшәнеләр. Бөгөнгө көндә ағайым – район үҙәгендә, мин – Өфөлә, бәләкәй ҡустыбыҙ Себерҙә йәшәй. Барыбыҙҙың да эше, ғаиләһе, балалары бар. Атайҙың үлеме бөтәбеҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл, башыбыҙға ишелеп төшкән оло ҡайғы булды. Вафатына дүрт ай ваҡыт үтте. Аҡыл менән эш итергә кәрәклекте, нисек кенә ҡайғырһаҡ та, илаһаҡ та, атайҙы кире ҡайтарып булмауҙы аңлайбыҙ, йәшәргә тырышабыҙ. Әммә беҙҙе әсәйҙең торошо ҡурҡыуға һала. Был хәлдән һуң ул ныҡ үҙгәрҙе. Быға тиклем йүгереп йөрөп донъя көткән әсәйебеҙ тормошҡа тулыһынса тигәндәй ҡул һелтәне. 65 кенә йәш бит