Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

176 кеше һәләк булған....

Уҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһында 79 янғын сыҡҡан, уларҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кеше һәләк булған. Янғындар Ҡариҙел һәм Бүздәк райондарында, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында теркәлгән. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр приборҙарын һәм мейес ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу-янғындарҙың төп сәбәбе. Шул иҫәптән, 19 ноябрҙә Ҡариҙел районының Татар Үреше ауылында йорт яна. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән саҡта 61 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба. Бүздәк районының Арыҫлан ауылында ла ағас йорт янған. Унда 60 йәшлек ир һәләк булған. Нефтекама ҡалаһында фатирҙағы аш бүлмәһендә янғын сыға. Янғын һүндереү барышында 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Республикала йыл башынан алып йәмғеһе 6877 янғын сыҡҡан, уларҙа 176 кеше һәләк булған, шуларҙың 12-һе – балалар. Тағы ла 172 кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған. Ошондай фажиғәле хәлдәргә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк: электр селтәрен артыҡ көсөргәнеш биреп эшләтмәгеҙ; йоҡлар

Уҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһында 79 янғын сыҡҡан, уларҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс кеше һәләк булған. Янғындар Ҡариҙел һәм Бүздәк райондарында, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында теркәлгән. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, электр приборҙарын һәм мейес ҡорамалдарын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу-янғындарҙың төп сәбәбе. Шул иҫәптән, 19 ноябрҙә Ҡариҙел районының Татар Үреше ауылында йорт яна. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән саҡта 61 йәшлек ирҙең кәүҙәһен таба. Бүздәк районының Арыҫлан ауылында ла ағас йорт янған. Унда 60 йәшлек ир һәләк булған. Нефтекама ҡалаһында фатирҙағы аш бүлмәһендә янғын сыға. Янғын һүндереү барышында 69 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Республикала йыл башынан алып йәмғеһе 6877 янғын сыҡҡан, уларҙа 176 кеше һәләк булған, шуларҙың 12-һе – балалар. Тағы ла 172 кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған. Ошондай фажиғәле хәлдәргә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк: электр селтәрен артыҡ көсөргәнеш биреп эшләтмәгеҙ; йоҡлар алдынан йәки өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерегеҙ; түшәктә тәмәке тартмағыҙ, был йыш ҡына тәмәке тартыусының үлеменә килтерә: уты янған мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, шулай уҡ мейескә ут яҡҡанда яғыулыҡ һәм еңел тоҡанған шыйыҡсаларҙы ҡулланмағыҙ; өлкән йәштәгеләрҙе, хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе һәм балаларҙы өйҙә ҡарауһыҙ, яңғыҙҙарын ҡалдырмағыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут яуһыҙ, битарафлыҡты, ғәмһеҙлекте ғәфү итмәй. Шуға күрә лә бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ. Онотмайыҡ: ғүмер бер генә бирелә! Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.