Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тамара Танһыҡҡужинаны сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламент вице-спикеры, Халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаны халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш миҙалы менән ҡотланы. 8 – 18 ноябрҙә Төркиәнең Аланья ҡалаһында Халыҡ-ара шашка ассоциацияһы ойошторған халыҡ-ара шашка буйынса турнирҙар серияһы үтте. Сара сиктәрендә донъя чемпионаты һәм беренселеге, шулай уҡ Донъя кубогының финал этабы үтә. Ярыштарҙа 12 ил вәкиле ҡатнаша. – Тамара Танһыҡҡужина – үҙенсәлекле шәхес, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Ул депутат эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, был тулы күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген бирмәй, әммә шул уҡ ваҡытта юғары уйын оҫталығын күрһәтә һәм донъя спорт сәхнәһендә алдынғы позициялар өсөн көрәшеүен дауам итә. Турнир йомғаҡтары дөйөм алғанда милли спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткән Рәсәй шашка хәрәкәтенең юғары ҡеүәтле һәм тотороҡло булыуы тураһында һөйләй. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында классик программала Сандаара Апросимова (Рәсәй) еңеү яулай, фин

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламент вице-спикеры, Халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужинаны халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатының көмөш миҙалы менән ҡотланы. 8 – 18 ноябрҙә Төркиәнең Аланья ҡалаһында Халыҡ-ара шашка ассоциацияһы ойошторған халыҡ-ара шашка буйынса турнирҙар серияһы үтте. Сара сиктәрендә донъя чемпионаты һәм беренселеге, шулай уҡ Донъя кубогының финал этабы үтә. Ярыштарҙа 12 ил вәкиле ҡатнаша. – Тамара Танһыҡҡужина – үҙенсәлекле шәхес, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Ул депутат эшмәкәрлеген әүҙем алып бара, был тулы күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген бирмәй, әммә шул уҡ ваҡытта юғары уйын оҫталығын күрһәтә һәм донъя спорт сәхнәһендә алдынғы позициялар өсөн көрәшеүен дауам итә. Турнир йомғаҡтары дөйөм алғанда милли спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткән Рәсәй шашка хәрәкәтенең юғары ҡеүәтле һәм тотороҡло булыуы тураһында һөйләй. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында классик программала Сандаара Апросимова (Рәсәй) еңеү яулай, финалда Тамара Танһыҡҡужинаны еңә. Өсөнсө урында – Ишембай шашкасыһы Елена Мильшина. Республика спортсылары хатта заманса саҡырыуҙар шарттарында ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Башҡортостан шашкасыларының дөйөм зачетында – 21 миҙал. Чемпиондар араһында Тамара Танһыҡҡужинаның ҡыҙы Сафия ла бар, ул 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында блиц дисциплинаһында алтын миҙал яуланы. – Был ярыштар спортыбыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки тышҡы факторҙарға ҡарамаҫтан, позицияларыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға һәм нығытырға мөмкинлек бирә. Беҙ үҙ оҫталығыбыҙҙы күрһәтә алыуыбыҙҙы һәм хатта ҡатмарлы шарттарҙа ла көнәркәшлеккә һәләтле булып ҡалыуыбыҙҙы иҫбатланыҡ. Был бигерәк тә спортсыларыбыҙҙың йәш быуыны өсөн актуаль, уларға артабан үҫешергә һәм юғары һөҙөмтәләргә ынтылырға дәртләндереү кәрәк, – тип белдерҙе Тамара Танһыҡҡужина. Тамара Танһыҡҡужинаны сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ! Фото сығанағы: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың социаль селтәрҙегә сәхифәһенән алынды.