Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Пенсионер аҡсаларын таныш түгел егеткә биргән

Стәрлетамаҡ ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре ҡалала йәшәүсе ағайға 470 мең һум аҡсаһын ҡайтартырға ярҙам иткән. Ул уны телефон аферистары курьерына биргән булған. Полицияға 79 йәшлек пенсионер мутлашыу осрағы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Хәл былай булған. Уға стационар телефонға йәнәһе лә телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәре шылтырата һәм хеҙмәт күрһәтеү килешеүенең ваҡыты бөтөүе тураһында хәбәр итә. Уны оҙайтыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен әйтеүҙе һорай. Пенсионер был мәғлүмәттәрҙе әйтә һәм бәйләнеш өҙөлә. Күпмелер ваҡыттан һуң уның менән бәйләнешкә бер ир кеше сыға. Ул үҙен тәфтишсе тип таныштыра. Ул пенсионерҙың үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен мутлашыусыларға биреүе тураһында хәбәр итә. Хәҙер аферистар дошман ойошмаһы иҫәбенә күсереү өсөн уның вкладынан аҡса алырға маташыуҙарын белдерә. Енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янап, ялған тәфтишсе пенсионерҙы банк иҫәбенән бөтә аҡсаһын – 470 мең һумды алырға һәм пакетҡа һалып, Өфөгә килтерергә өгөтләй. Яман уйлы кешеләр пенсионерға такси саҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһының полиция хеҙмәткәрҙәре ҡалала йәшәүсе ағайға 470 мең һум аҡсаһын ҡайтартырға ярҙам иткән. Ул уны телефон аферистары курьерына биргән булған. Полицияға 79 йәшлек пенсионер мутлашыу осрағы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Хәл былай булған. Уға стационар телефонға йәнәһе лә телекоммуникация компанияһы хеҙмәткәре шылтырата һәм хеҙмәт күрһәтеү килешеүенең ваҡыты бөтөүе тураһында хәбәр итә. Уны оҙайтыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен әйтеүҙе һорай. Пенсионер был мәғлүмәттәрҙе әйтә һәм бәйләнеш өҙөлә. Күпмелер ваҡыттан һуң уның менән бәйләнешкә бер ир кеше сыға. Ул үҙен тәфтишсе тип таныштыра. Ул пенсионерҙың үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен мутлашыусыларға биреүе тураһында хәбәр итә. Хәҙер аферистар дошман ойошмаһы иҫәбенә күсереү өсөн уның вкладынан аҡса алырға маташыуҙарын белдерә. Енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янап, ялған тәфтишсе пенсионерҙы банк иҫәбенән бөтә аҡсаһын – 470 мең һумды алырға һәм пакетҡа һалып, Өфөгә килтерергә өгөтләй. Яман уйлы кешеләр пенсионерға такси саҡырта. Оло кеше күрһәтелгән адресҡа килгәс, аҡсалы пакетын билдәһеҙ бер егеткә тапшыра. Стәрлетамаҡҡа ҡайтҡас, ул аферистар тоҙағына эләккәнен аңлай, полицияға мөрәжәғәт итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығының енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мутлашыусыларҙың курьерын тота, ул быға тиклем хөкөм ителмәгән 19 йәшлек егет була. Йәш кеше ғәйебен таный. Уның һүҙҙәренсә, мессенджерҙа ул өҫтәмә аҡса эшләү сараһын таба. Курьер аҡсаны пенсионерҙан алып, аферистар күрһәткән иҫәпкә күсерергә, был сумманан күпмелер процентын үҙенә ҡалдырырға тейеш була. Полиция хеҙмәткәрҙәренең йылдам эш итеүе һөҙөмтәһендә, егет быны эшләп өлгөрмәй, ҡулға алына. Эҙләү ваҡытында аҡса тартып алына һәм пенсионерға ҡайтарыла. Тиҙ һәм грамотлы эшләгәндәре өсөн мутлашыусыларҙан зыян күреүсе полицейскийҙарға рәхмәтен белдерә. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдарына таянып әҙерләнде. Автор фотоһы.