Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тупаҡ ауылында самбо буйынса спорт клубы асылды

«Рәсәй спорты» (Государственная программа «Спорт России» ) дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы, Тупаҡ ауылында яңы «Тупаҡ Самбо» спорт клубы асылды, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге. Заманса учреждение элекке балалар баҡсаһы урынында асылған. Белгестәр спорт менән шөғөлләнеү өсөн бинаны тулыһынса ҡайтанан йыһазландырған. Унда кәрәкле инвентарь һәм маттар һатып алынған, клубта заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. «Тупаҡ ауылы балалары һәм йәштәренең заманса спорт залы асылыуына бик шатбыҙ. Хәҙер уларҙың самбо менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттары ла бар, ул көс һәм сослоҡ ҡына түгел, характер, дисциплина һәм еңеүгә ынтылыш та тәрбиәләй», - тип билдәләне Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев. «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар уҙғарыла, «Хеҙмәткә һ

«Рәсәй спорты» (Государственная программа «Спорт России» ) дәүләт программаһы маҡсаттарына ярашлы, Тупаҡ ауылында яңы «Тупаҡ Самбо» спорт клубы асылды, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге. Заманса учреждение элекке балалар баҡсаһы урынында асылған. Белгестәр спорт менән шөғөлләнеү өсөн бинаны тулыһынса ҡайтанан йыһазландырған. Унда кәрәкле инвентарь һәм маттар һатып алынған, клубта заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған. «Тупаҡ ауылы балалары һәм йәштәренең заманса спорт залы асылыуына бик шатбыҙ. Хәҙер уларҙың самбо менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттары ла бар, ул көс һәм сослоҡ ҡына түгел, характер, дисциплина һәм еңеүгә ынтылыш та тәрбиәләй», - тип билдәләне Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев. «Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм рәсәйҙәрҙең йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар уҙғарыла, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ғәмәлгә ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!