Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡасан ҡар яуып, ысын ҡыш башланыр?

Ноябрь аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо урынлашты. Һауаның уртаса тәүлек температураһы норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ. Республикала ҡар ҡасан яуасаҡ һәм ысын ҡыш башланасаҡ? Синоптиктар күҙаллауҙары йәнә ғәжәпләндерә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, аномаль йылылыҡ аҙна аҙағына тиклем төбәк биләмәһенән сыҡмаясаҡ. “Фобос” үҙәге декабрҙең беренсе аҙнаһында ла һыуытыу көтөлмәүе тураһында хәбәр итә. Әлегеләй йылы һәм ямғырлы буласаҡ. Әммә декабрҙең икенсе аҙнаһында барыһы ла үҙгәрәсәк. Республикаға һыуыҡтар килә. 8 декабрҙән 9-на ҡарай төндә -20 градусҡа тиклем һыуыта. 9 декабрҙә көндө -12 градус була. 10 декабрҙән ҡар яуа башлай. Ҡар ай аҙағына тиклем һәм яңы йыл каникулдарында көн һайын тиерлек яуасаҡ. Дөйөм алғанда, декабрҙә минус һауа температураһы торасаҡ. Декабрҙең өсөнсө декадаһында һәм ғинуар башында ҡаты һыуыҡтар фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ -18, төндә -23 градусҡаса түбәнәйә. Шулай булғас, декабрь ысын мәғәнәһендә ҡышҡы ай булыр тип көт

Ноябрь аҙағында Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо урынлашты. Һауаның уртаса тәүлек температураһы норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ. Республикала ҡар ҡасан яуасаҡ һәм ысын ҡыш башланасаҡ? Синоптиктар күҙаллауҙары йәнә ғәжәпләндерә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, аномаль йылылыҡ аҙна аҙағына тиклем төбәк биләмәһенән сыҡмаясаҡ. “Фобос” үҙәге декабрҙең беренсе аҙнаһында ла һыуытыу көтөлмәүе тураһында хәбәр итә. Әлегеләй йылы һәм ямғырлы буласаҡ. Әммә декабрҙең икенсе аҙнаһында барыһы ла үҙгәрәсәк. Республикаға һыуыҡтар килә. 8 декабрҙән 9-на ҡарай төндә -20 градусҡа тиклем һыуыта. 9 декабрҙә көндө -12 градус була. 10 декабрҙән ҡар яуа башлай. Ҡар ай аҙағына тиклем һәм яңы йыл каникулдарында көн һайын тиерлек яуасаҡ. Дөйөм алғанда, декабрҙә минус һауа температураһы торасаҡ. Декабрҙең өсөнсө декадаһында һәм ғинуар башында ҡаты һыуыҡтар фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ -18, төндә -23 градусҡаса түбәнәйә. Шулай булғас, декабрь ысын мәғәнәһендә ҡышҡы ай булыр тип көтәйек. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!