24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй “Барыһы өсөн асыҡ” форумының “Төбәктәрҙә инклюзиялар үҫеше стратегияһы” түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә ҡатнашты. Уны Стратегик башланғыстар агентлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе социаль һәм иҡтисади тормошҡа интеграциялау буйынса ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшеү өсөн ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәл һөйләшеүендә Рәсәй төбәктәре етәкселәре инклюзив практикаларҙы тормошҡа ашырыуҙың төбәктәрҙәге һөҙөмтәле тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Һөйләшеүҙе асып, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева инвалидлығы булған кешеләрҙең йәшәү сифаты индексы менән таныштырҙы. Башҡортостан рейтингта тәүге 20 төбәк араһына инде һәм унда 11-се урынды биләй. Светлана Чупшева шулай уҡ Башҡортостан тарафынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә инклюзив киңлекте ойоштороу буйынса тәжрибәне юғары баһаланы. - Беренсе тапҡыр федераль кимәлдә инклюзияның төрлө аспекттары – мәғариф та, уҡыу ҙа, реабилитациялау тураһынд
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырыла
24 ноября 202524 ноя 2025
2 мин