Телеграм-каналдарҙа хәүефле хәбәр таралды: Рәсәйҙән 32 йәшлек ҡатын ун йәшлек улы менән Истанбулға осҡан һәм ғәйеп булған. Асыҡланыуынса, әсәле-уллы илде октярбь уртаһында уҡ ҡалдырып киткән. Уларҙың ҡайҙалығы тураһында әлегә тиклем бер нимә лә билдәле түгел. Мәскәүҙә йәшәгән Дарья Лучкина менән улы Максим айҙан ашыу юҡ. Ҡатын юлға сығыр алдынан бөтә әйберҙәрен дә, хатта телефон һәм планшеттарын да өйҙә ҡалдырған. Үҙе менән әллә ни әйбер ҙә алмаған. Ҡатын менән малай 17 октябрҙә Шереметьево аэропортынан Истанбулға осҡан. Шул көндән алып улар тураһында бер нимә лә билдәле түгел. Юлға сығыр алдынан Дарья әсәһенә эш буйынса корпоротивҡа барам һәм улымды ла алам тигән. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, уларҙы аэропортта машина менән билдәһеҙ ир ҡаршы алыуы ихтимал. Дарьяның әсәһе полицияға мөрәжәғәт иткән, улар ҡатындың сәфәргә алдан әҙерләнеүен билдәләгән: ул сентябрь уртаһында уҡ Истанбулға тиклем билеттар алған, ләкин бер кемгә лә был турала әйтмәгән. Сит ил паспортын да күптән түгел