Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ҡайтыр” фильмы еңеүсе булып ҡайтты

Башҡортостан юлдаш телевизион каналының “Ҡайтыр” исемле эше Мәскәүҙә “Һөнәре – журналист” XVII халыҡ-ара телефестивалдә еңеүсе булып танылды. Фестивалдең ойоштороу комитетына 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма килгән. Шуларҙың 23-ө конкурсҡа индерелгән, алтауһы еңеүсе булып танылған. “Ҡайтыр” тапшырыуы “Беларусь-24”, Рәсәйҙең Йәмәғәтселек телевидениеһы менән бергә “Иң яҡшы репортаж” номинацияһында еңгән. Фильм өҫтөндә авторы Гәүһәр Батталова, режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамазанова, операторҙар Ринат Кашапов, Азамат Даянов, композитор Ләйлә Владимирова эшләгән. Павел Самойлов – башҡорт ҡушаматлы рус офицеры – тураһындағы фильм телефестиваль барышында күрһәтелде. “Фильмды эшләүселәр милли мәҙәниәтте академик мәҙәниәт менән бергә һәм МХО яугире характерына ҡушып күрһәтеүгә өлгәшкән. Сценарист, режиссер, монтажер, композитор тамашасыны ваҡиғаның асылына кинәт алып инә. Шунда уҡ төп конфликттар башлана. Фильм шунда уҡ “яғанан эләктереп ала” һәм тасуирлау бөтк

Башҡортостан юлдаш телевизион каналының “Ҡайтыр” исемле эше Мәскәүҙә “Һөнәре – журналист” XVII халыҡ-ара телефестивалдә еңеүсе булып танылды. Фестивалдең ойоштороу комитетына 147 документаль фильм, репортаж, сюжет һәм телепрограмма килгән. Шуларҙың 23-ө конкурсҡа индерелгән, алтауһы еңеүсе булып танылған. “Ҡайтыр” тапшырыуы “Беларусь-24”, Рәсәйҙең Йәмәғәтселек телевидениеһы менән бергә “Иң яҡшы репортаж” номинацияһында еңгән. Фильм өҫтөндә авторы Гәүһәр Батталова, режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова, Ләйсән Рамазанова, операторҙар Ринат Кашапов, Азамат Даянов, композитор Ләйлә Владимирова эшләгән. Павел Самойлов – башҡорт ҡушаматлы рус офицеры – тураһындағы фильм телефестиваль барышында күрһәтелде. “Фильмды эшләүселәр милли мәҙәниәтте академик мәҙәниәт менән бергә һәм МХО яугире характерына ҡушып күрһәтеүгә өлгәшкән. Сценарист, режиссер, монтажер, композитор тамашасыны ваҡиғаның асылына кинәт алып инә. Шунда уҡ төп конфликттар башлана. Фильм шунда уҡ “яғанан эләктереп ала” һәм тасуирлау бөткәнсе ебәрмәй”, – ти ойоштороу комитеты ағзаһы Алексей Беззубиков. “Ҡайтыр” фильмы билдәле журналист, күп балалы атай Павел Самойлин тураһында. Махсус хәрби операция башланғас, ул ҡулына ҡорал ала һәм Тыуған илен һаҡларға баҫа. Херсон йүнәлешендәге алыштарҙа “Ҡайтыр” ауыр яралана, биш көн яланда аҙыҡһыҙ һәм һыуһыҙ ята. Уны һәләк булған тип иҫәпләйҙәр. Фильм тыуған ер ҡеүәте, тормоштоң мәғәнәһе, рух көсө тураһында. Фото: “Һөнәре – журналист” XVII халыҡ-ара телефестивале сайты.