Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ярлыҡаптарҙы ла ҡыуандырҙылар

Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 1973 йылда төҙөлгән бина урынына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, яңыһы барлыҡҡа килде. Элеккеһе һыу менән тәьмин ителмәгән, канализация юҡ ине һәм мейес ярҙамында йылытылды. Заманса медицина ойошмаһы барлыҡ көнүҙәк талаптарға яуап бирә һәм йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү, көтөү өсөн бүлмәләр, хеҙмәткәрҙәр, медикаменттар һаҡлау, кәрәк-яраҡ өсөн бүлмәләр бар. Фельдшер Ләйсән Дәүләтшинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы ФАП Ҡолоҡас, Тирмән һәм Ярлыҡап ауылдары халҡын – 250 кешене – хеҙмәтләндерәсәк. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремон

Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. 1973 йылда төҙөлгән бина урынына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) ярашлы, яңыһы барлыҡҡа килде. Элеккеһе һыу менән тәьмин ителмәгән, канализация юҡ ине һәм мейес ярҙамында йылытылды. Заманса медицина ойошмаһы барлыҡ көнүҙәк талаптарға яуап бирә һәм йыһазландырылған. Фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү, көтөү өсөн бүлмәләр, хеҙмәткәрҙәр, медикаменттар һаҡлау, кәрәк-яраҡ өсөн бүлмәләр бар. Фельдшер Ләйсән Дәүләтшинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы ФАП Ҡолоҡас, Тирмән һәм Ярлыҡап ауылдары халҡын – 250 кешене – хеҙмәтләндерәсәк. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...