Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында капиталь ремонттан һуң моделле мәҙәниәт һарайы асылды. Был турала муниципалитеттың хакимиәте хәбәр итә. Модернизациялау “Ғаилә” милли проектына ярашлы (национальный проект “Семья”) башҡарылды. Бинаның ҡыйығы тулыһынса алмаштырылған, яңы ишек һәм тәҙрәләр ҡуйылған, электр ҡорамалдары яңыртылған. Мәҙәниәт һарайында хәҙер заманса тамаша залы бар, тантаналар ойоштороу өсөн дә бүлмә ҡаралған, бейеү, хор кластары өсөн урын бүленгән, шулай уҡ башҡа бүлмәләр ҙә яңыртылған. Бинаның тышҡы йөҙө лә хәҙер яңы төҫ алған. - Компекслы яңыртыуҙан һуң Рощинскийҙа ошондай мәҙәниәт һарайы асылыуға шатбыҙ. Был эш милли проектҡа ярашлы, эҙмә-эҙлекле башҡарылды. Мәҙәниәт һарайында эш ҡабаттан үҙ хәленә ҡайта, - тине Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...