“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Өфөләге 8-се ҡала дауаханаһына тағы ла бер ҡорамал – физиотерапия өсөн өҫтәл алынды. Яңы ҡорамал урындың бейеклеген электр приводы ярҙамында тиҙ һәм еңел көйләргә мөмкинлек бирә. Шулай итеп, табиптарға умыртҡаға көсөргәнеш тыуҙырмай эшләргә мөмкин. Пациенттар ҙа уңайһыҙлыҡ тоймай. Йыл эсендә медицина учреждениелары 99 дана автотранспорт һәм 4,5 меңдән ашыу ҡорамал алды. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (а