Әбйәлил районының Амангилде ауылында “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы (национальный проект “Молодежь и дети”) өлкән класс уҡыусылары өсөн махсус инженер класы асылды. Был турала Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге хәбәр итә. Мәктәп менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында партнер килешеүе төҙөлөүе ошондай класс булдырыуға мөмкинлек биргән. Хәҙер 9-11-се класс уҡыусылары был вузға уҡырға инергә ныҡлап әҙерләнә аласаҡ. Был класс 2012 йылдан алып эшләп килгән “Йәш физик” түңәрәге нигеҙендә булдырылған. Унда өлкән класс уҡыусылары физиканы, математиканы тәрән өйрәнәсәк, ғәмәли дәрестәрҙә ҡатнашасаҡ. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты йәш таланттарҙы үҫтереүгә мөмкинлек булдырыуға йүнәлтелгән. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.