Вуз-ара кампустың Геном үҙәгендә Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында яңы «Башҡортостан Республикаһының ҡыҙыл китабы»ның (2-се томы – хайуандар) исем туйын ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 700-гә яҡын төрлө хайуан йәшәй, шуларҙың 140-ы – һирәк осрай торған хайуандар. “Ҡыҙыл китап”ҡа 57 төр умыртҡаһыҙҙар, 6 төр балыҡтар, 1 ер-һыу хайуаны, 6 төр һөйрәлеүселәр, 51 ҡоштар һәм 19 төр имеҙеүселәр индерелгән. Бынан алдағы баҫма 10 йыл элек донъя күргәйне. Тәбрикләү һүҙе менән йыйылыусыларға Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Инна Антонова мөрәжәғәт итте. Ул тантаналы шарттарҙа Өфө фән һәм технологиялар университетының фәнни эш буйынса проректоры Илдус Шәрәфуллинға һәм «Фармстандарт-ӨфөВИТА» компанияһының генераль директоры Наил Низаметдиновҡа “Ҡыҙыл китап”тың яңыртылған ғилми-белешмә баҫмаһы даналарын тапшырҙы. Баҫманың яуаплы мөхәррире, биология фәндәре кандидаты Винер Хәбибуллин к