Өфөлә Милли педагогия форумын асыу тантанаһында Өфө вуз-ара кампусы резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының яңы почетлы профессоры иғлан ителде. Ул – форум ҡунағы, география фәндәре докторы, Белград университетының география факультеты профессоры, Сербияла Рус география йәмғиәте үҙәге директоры Миролюб Милёкич. Профессор мантияһын уға юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов тапшырҙы. Миролюб Милёкич Өфөгә тәүгә килде. Форумдың пленар ултырышында ул Рус география йәмғиәте үҙәгенең Сербиялағы эше тураһында ентекле доклад менән сығыш яһаны. Ул әйтеүенсә, Сербия М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерергә ниәтләй. - Өфөгә килеүемә бик шатмын һәм беҙҙең хеҙмәттәшлек күп яҡлы һәм киң булыр, тип ышанам. Атап әйткәндә, Рус география йәмғиәте үҙәге йыл һайын рәсәйҙәр өсөн стажировкалар ойоштора. Берлектәге проекттарҙы дауам итергә ниәтләйбеҙ, - тип билдәләне ҡунаҡ. Белешмә Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент В