Ишембай районының Алаҡай ауылынан Рабиға апай Иҫәнғолова ғүмер буйы икмәкте үҙе һала, магазиндан алғаны юҡ. Тағы ла бер үҙенсәлеге – ул әҙер әсетке менән түгел, үҙе яһаған сүпрәне ҡулланып бешерә. Рабиға Мансур ҡыҙының икмәк һалыу сере, моғайын, күптәргә файҙалы булыр. Был рецепт буйынса икмәк һалыуҙы әсәйемдән өйрәндем, ти ул. – Сүпрәне ҡара ондан эшләү яҡшыраҡ, арыш ононан яһағанда сифатлы була, оҙаҡ һаҡлана. Ҡомалаҡты һыуы ҡыҙарғансы, оҙаҡ итеп ҡайнатам, ярты сәғәттән дә артып китеүе мөмкин. Һуңынан һөҙөп алып, эҫе килеш он өҫтәп бутайым. Ҡоймаҡ ҡамыры һымағыраҡ ҡуйылыҡта килеп сыға. Төшкә ҡәҙәр эшләһәң, кискә әсей. Һуңынан банкаларға һалып, һыуытҡыста һаҡлайым. Үҙем генә тотонмайым, күршеләремә лә бирәм. Ошо рецепт буйынса икмәк бешерергә өйрәнгән ауылдаштарым да бар. Артабан икмәк башы яһайым. Өс икмәк килеп сыҡһын өсөн, ярты литр ҡайнар һыуға самалап он һалып, яҡшылап бутайым. Ҡоймаҡ ҡамыры ҡуйылығында килеп сыға. Һыуынғас, сүпрә өҫтәйем. Төш ваҡытында сүпрә һалһаң, кис тирәһен