Экологик белем аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре Салауат ҡалаһының урта мәктәптәре уҡыусылары өсөн бер нисә мәғрифәтселек саралары ойошторҙо. Сара “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың экология министрлығынан. Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыуға һәм икенсел эшкәртеүгә арналған экологик лекциялар Салауаттың өс мәктәбендә 4-7 класс уҡыусылары өсөн үткәрелә. Башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн дәрес интерактив, уйын формаһында үтә. Балалар алған белемдәрен төрлө фракциялар буйынса ҡатнаш ҡалдыҡтарҙы үҙаллы сорттарға айырып, практикала нығыта. Дәрестә балалар сүп-сарҙың күп төрҙәре эшкәртеү сәнәғәте өсөн ҡиммәтле сеймал булыуын һәм икенсе ғүмер алыуын белә. Сара уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡыусылар был процеста әүҙем ҡатнаша, тәьҫораттары менән уртаҡлаша һәм белгестәргә күп һанлы һорауҙар бирә. Ф