Архангел районының Абҙан ауылындағы Килмөхәмәтовтарҙың йортонан кеше өҙөлгәне юҡ. Каникулда өләсәйгә ҡунаҡҡа килеүселәр тағы ла арта. Ҡыҙы Альбинаның өс балаһы ла – Илүзә, Вадим, Илсиә – ял мәлендә Динә Зинур ҡыҙының эргәһендә, ауыл тормошоноң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәре уртаһында ҡайнап үҫә. Ул ғынамы, йорттоң залына урынлаштырылған селтәр үреү станогы янында көн дә улар ҡайнаша, апалары Илүзәнән үреү нескәлектәрен өйрәнергә тырышҡан был кескәй ярҙамсыларҙы күҙәтеү - үҙе бер күңелле тамаша. – Мин үҙем селтәр үреү оҫталығына Ғайса Шәрәфетдинов ағайҙан өйрәндем. Ауылдаштарым элекке медицина пунктында селтәр үреүҙе ойошторҙо, ә мин өйҙә станок урынлаштырып, ғаиләбеҙ менән был мөһим эште башҡарырға булдыҡ. Миңә шулай яйлыраҡ. Ҡыҙҙарым, ейәнсәрем Илүзә миңә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти Динә Зинур ҡыҙы. Динә Килмөхәмәтова уңған, булдыҡлы хужабикә генә түгел, сабыр холоҡло, батыр йөрәкле ҡатын, бик күптәргә өлгө булырлыҡ әсә, тиҙәр уның тураһында. Ҡыйыу ир-егеттәр тәрбиәләгән аҫыл зат вәкиле ул. Архангел районының Абҙан урта мәктәбен тамамлағас, күп уйлап тормай, тиҙерәк профессияға эйә булып, үҙ йүнен үҙе күрер өсөн һөнәрселек училищеһына уҡырға китә. Класташы Марат менән тормош ҡороп, һәйбәт кенә йәшәп алып китәләр. “Мин уны армияға оҙатып, ҡайтҡанын көтөп алдым, Афғанстанда ике йыл дүрт ай хеҙмәт итте. Хәрби наградалары бар”, – ти Динә ханым. Махсус хәрби операция башланғас, илебеҙҙәге бик күп ғаиләләр иңенә төшкән яуаплылыҡты, борсолоуҙарҙы Килмөхәмәтовтарға ла кисерергә тура килә. Улы Айраттың яҙмышы әсәнең ғүмерлек һағышы һәм иң ҙур юғалтыуы, бындай осраҡта бер ниндәй йыуатыу һүҙҙәренең ярҙам итмәүен, хатта урынһыҙ булыуын яҡшы аңлайбыҙ. – Айрат улым 2022 йылда мобилизацияланды. Был көнгә тиклем атаһы кеүек иретеп йәбештереүсе булып эшләне. Өйләнгәйне, улы Әнүәрҙе яратып туя алмаған хәстәрле атай ине. Ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп, йортобоҙҙо йәмгә күмеп китте. Атаһы талапсан булды, Айратты ла ныҡ тәртәлә тотто, тәрбиәгә өйрәтте. Улыбыҙҙы хәтергә алған һайын уның һәр кемгә ярҙамсыл булыуын иҫкә төшөрәм - бесән сабырға кәрәкме, машина ремонтларғамы, Айратҡа мөрәжәғәт итәләр ине. Бер ваҡытта баш тартҡанын, ниндәйҙер сәбәп тапҡанын хәтерләмәйем. Үҙе бик шаян, асыҡ күңелле булып үҫте. Һөнәрен яратып башҡарҙы, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар алды. Беҙ барыбыҙ ҙа уның менән ысын күңелдән ғорурландыҡ, киләсәккә пландар ҡорҙоҡ, – тип йылылыҡ менән иҫкә ала әсә һөйгән улын. – Махсус хәрби операция зонаһынан йыш ҡына шылтыратып, беҙҙең менән хәбәрләшеп, хәл-әхүәлебеҙҙе белеште, тыуған Абҙанын, ауылдаштарын юҡһынды, һәр береһен һорашты... Кесе сержант званиеһында хеҙмәт итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улыбыҙ 2023 йылда Луганскиҙа һәләк булды. Ауылдаштар, йәмәғәтселек яуҙа һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү өҫтөндә эшләй, батыр егеттәребеҙҙе онотмай. Мин дә ҡара ҡайғыға батып ултырмаҫ, ауыр уйҙарҙан арыныу өсөн күңелемде эш менән баҫырға, халыҡ араһында булырға тырышам. Беҙҙең хеҙмәтебеҙ егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итһен, тип теләй-теләй селтәр үрәбеҙ. Айрат Марат улы Килмөхәмәтов “Хәрби отличие өсөн” миҙалы, 428 МСП миҙалы, Ҡаһарманлыҡ ордены, “Инженер ғәскәрҙәренә - 310 йыл” знагы менән наградланған. Абҙан халҡы батырҙарын онотмай, мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр тураһында стенд әҙерләнгән, ә герой парталары – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә көслө ҡорал. – Яугир ғаиләләренә иғтибарлы мөнәсәбәтте яҡшы тоям. Утын килтерәләр, үргән селтәрҙәре илтеп ҡуялар. ”Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы Асы шифаханаһында ял итеп, һаулыҡты нығытып ҡайтыу өсөн путевка юллап бирҙе. Бындай йылы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәтлемен, – ти Динә Зинур ҡыҙы. Ейәнсәре Илүзәнең селтәр таҫмаларын ышаныслы үреүенә һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәнек. Ҡыҙ үреүҙең төрлө схемаларын үҙләштергән. – Беҙҙең бурыс – яугирҙәргә ярҙам итеү. Маскировкаһыҙ һалдаттар ус төбөндәге кеүек ялтырап күренеп тора, фронтҡа мотлаҡ маскировка селтәрҙәре кәрәк. Һәр кем был эштә ҡатнаша ала. Үреү ауыр түгел, ниндәйҙер айырым күнекмәләр талап ителмәй. Егеттәрҙең әйтеүенсә, ҡайҙа ҡулланылыуына ҡарап, япмаларҙың төрлөһө кәрәк. Окоптарға, танктарға, БТР-ҙарға төрлө ҙурлыҡта һәм төҫтәрҙә талап ителә. Миҙгелгә ҡарап төҫтәре үҙгәрә, йәйге, ҡышҡы варианттар әҙерләнә. Хәҙер үреүҙең төрлө схемалары бар: “кобра”, скрипка”, “змейка”, ”улитка” һәм башҡалар. “Джи”, “камушка” тигәндәре үреү өсөн ауырыраҡ. Илүзә тәүҙә ҡыйыныраҡ тойолған “кобра”ны тиҙ үҙләштерҙе. Һыуыҡтар башланғас, хәрби бәрелештәр линияһы һәр саҡ аҡ ҡына төҫтә булмай, йәй көнө лә йәм-йәшел генә түгел. Шуға күрә был үҙенсәлектәрҙе иҫкә алырға кәрәк. Һәр ландшафт һәм һәр миҙгел өсөн төҫтәр палитраһы айырым. Селтәр ситтәрен үрә белеү ҙә оҫталыҡ талап итә. Хәҙер беҙ оҫтарҙыҡ инде, беҙҙән өйрәнергә теләүселәр ҙә бар, – ти Динә Килмөхәмәтова. Әсә һөйөүендәй сикһеҙ, тәрән диңгеҙ булмағандай, уның ҡояшты ла, тормош ҡотон да, нәфрәтте лә, батырлыҡты ла һыйҙырған оло йөрәге тағы кемдә бар? Донъя ҡото, илдең ышаныслы ҡалҡаны бит ул Динә Зинур ҡыҙы кеүек әсәйҙәр. Фотолар: шәхси архивтан. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
"Улым Абҙанын, ауылдаштарын һағынып һорашыр ине..."
24 ноября 202524 ноя 2025
4 мин
Архангел районының Абҙан ауылындағы Килмөхәмәтовтарҙың йортонан кеше өҙөлгәне юҡ. Каникулда өләсәйгә ҡунаҡҡа килеүселәр тағы ла арта. Ҡыҙы Альбинаның өс балаһы ла – Илүзә, Вадим, Илсиә – ял мәлендә Динә Зинур ҡыҙының эргәһендә, ауыл тормошоноң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек мәшәҡәттәре уртаһында ҡайнап үҫә. Ул ғынамы, йорттоң залына урынлаштырылған селтәр үреү станогы янында көн дә улар ҡайнаша, апалары Илүзәнән үреү нескәлектәрен өйрәнергә тырышҡан был кескәй ярҙамсыларҙы күҙәтеү - үҙе бер күңелле тамаша. – Мин үҙем селтәр үреү оҫталығына Ғайса Шәрәфетдинов ағайҙан өйрәндем. Ауылдаштарым элекке медицина пунктында селтәр үреүҙе ойошторҙо, ә мин өйҙә станок урынлаштырып, ғаиләбеҙ менән был мөһим эште башҡарырға булдыҡ. Миңә шулай яйлыраҡ. Ҡыҙҙарым, ейәнсәрем Илүзә миңә ҙур ярҙам күрһәтә, – ти Динә Зинур ҡыҙы. Динә Килмөхәмәтова уңған, булдыҡлы хужабикә генә түгел, сабыр холоҡло, батыр йөрәкле ҡатын, бик күптәргә өлгө булырлыҡ әсә, тиҙәр уның тураһында. Ҡыйыу ир-егеттәр тәрбиәләгән аҫыл зат