Мәрйәм һәм Сәләхетдин Аҡбирҙиндар ғаиләһендә һигеҙ бала араһында бишенсеһе булып үҫкән ул. Өй эсе күңелле бала-саға тауышынан яңғырап торған. Ҡул араһына эшкә ингәндәр фермала быҙау ҡараусы әсәһенә ярҙамға барған, бишәр гектар сөгөлдөр баҫыуын да эшкәрткән. Һигеҙенсе класты Ҡотошта, унынсы класты Мәләүез ҡалаһында уҡып бөткәндән һуң, ул Салауат медицина училищеһын тамамлаған. Ҡотош, Бәләкәй Моҡас, Айтуған ауылдары халҡының сәләмәтлеге һағында торған. Техника юҡ заманда, йәйен-көҙөн велосипедта йөрөп, уколын да ҡаҙаған, системаһын да ҡуйған, бәпес тә ҡабул иткән, кәрәкле кәңәшен дә биргән. Әнисә Сәләхетдин ҡыҙының 36 йыл ғүмере яҡташтарын хеҙмәтләндереү менән үткән. Тормош иптәше Нәжип Миңлеғәле улы менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Алты ейән-ейәнсәргә өләсәй ул. Ҡайтып хәл-әхүәлен белеп торалар яҡындары. “Донъябыҙҙың тотҡаһы ул булған ирем, атлап йөрөмәне гел йүгереп йөрөнө”,- тип алты йыл элек баҡыйлыҡҡа күсеп, яңғыҙын ҡалдырған яҡынын яҡты һүҙ менән иҫләй апай. Дүрт стенаға бикл
Әнисә Фазлиәхмәтова: “Улым алып биргәйне, кәрәге тейә әле”
23 ноября 202523 ноя 2025
1 мин