Рәсәй иҡтисадының төп бурысы — хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу. Ҡеүәтле сәнәғәт мөмкинлеге булған Башҡортостан өсөн был айырыуса мөһим. 2018 йылда Төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) булдырыла, ул предприятиеларға заманса эш ысулдарын индерергә ярҙам итә, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡыта һәм индивидуаль ҡарарҙар эшләй. 1500-ҙән ашыу кеше ҡайтанан әҙерлек үткән, хеҙмәттәргә ихтыяж арта. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектының (национальный проект “Производительность труда”) иҡтисади һөҙөмтәлелеге 4,5 миллиард һум тәшкил итә. Предприятиелар һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡуллана: эште стандартлаштырыу, визуаль идара итеү, остазлыҡ һәм логистиканы оптималләштереү. Был сығанаҡтарҙы һаҡсыл тотоноу мөмкинлеген бирә. Аныҡ уңыштар: Корона фабрикаһы матрастар сығарыуҙы ике тапҡырға арттырған – тәүлегенә 900-ҙән 1800-гә тиклем, Орбита реабилитация ҡорамалдары сығарыуҙы 20 процентҡа тиклем еткергән. Төбәк иҡтисадының һөҙөмтәлелеген күтәреү өҫтөндә эш дауам итә. Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхиф
Ул предприятиеларға заманса эш ысулдарын индерергә ярҙам итә
23 ноября 202523 ноя 2025
~1 мин