Беҙҙең ғаиләлә ҙур бәлә. Уның сәбәпсеһе – "йәшел йылан". Оҙаҡламай ғаиләбеҙ ҙә ҡалмаҫ инде... Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде. Ауылдың иң сибәр егете ул. Әлбиттә, Илһам миңә оҡшай ине. Тик ата-әсәһенең эсеүе генә кәртә булып торҙо. Уларҙың ғаиләһендә эскелек, әрләшеү, бысраҡлыҡ ғәҙәти күренеш ине шул. Дуҫлаша башлағас, әсәйем дә ҡаршы килде: “Илһам да үҙҙәре кеүек эсә башлаһа, ни эшләрһең? Ныҡ уйла, балам”. Тик ул саҡта Илһам иҫерткес эсемлектәргә ҡараманы ла. Мөхәббәттән башым әйләнгән миңә ул турала уйланыу ҡайғыһы булманы шул. Өйләнештек. Бер нәмәбеҙ ҙә юҡ ине. Тик ул да, мин дә тырыш – ныҡышып донъя көтә башланыҡ. Иремдең ата-әсәһенән ярҙам булмаҫы көн кеүек асыҡ. Мин дә әсәйем менән яңғыҙ үҫтем, бәләкәй өйҙә йәшәнек. Шуға күрә үҙ мөйөшөбөҙҙө булдырыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалып эшләй башланыҡ. Үҙем һөнәрем буйынса – уҡытыусы. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, даими килеп торҙо. Ә бына Илһам һөнәре һәм күңеле буйынса эш таба алмай оҙаҡ йонсоно. Тегендә барып, бында һуғылып йөрөй торға