22 ноябрҙә Салауат ҡалаһының "Нефтехимик" спорт һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры башланды. Был спорт сараһы бишенсе тапҡыр үткәрелә һәм ул үҙендә илдең 25 төбәгенән килгән 270-тән ашыу көрәшсене тупланы. Быға тиклем ярыштар Өфөлә үткәрелде, быйылғыһын Салауат ҡалаһында ойошторорға ҡарар итәләр. Спорт һарайы был көндө һабантуй майҙанын хәтерләтте: баһадирҙар келәмдә бил һынаша, көйәрмәндәр, тренерҙар улар өсөн янып көйҙө, хуплау, дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың спорт министрының беренсе урынбаҫары Сергей Алопин, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин, "Рәсәй Көрәш федерацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры, Рәсәй Спорт министрлығының спорт әҙерлеге үҙәге Рәсәй йыйылма командалары өлкән тренеры Ришат Мөбәрәкйәнов, "Башҡортостан Республикаһының Көрәш спорт федерацияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Илдар Моратов, Артур Әхмәтхановтың ҡатыны Фидәлиә Әхмәтханова, шулай уҡ Салауат ҡалаһының махсус хәрби операция яугирҙәре, спорт ветерандары ҡатнашты. Сара дәүләт гимндарын тыңлауҙан башланды. Флагтарҙы ҡаланың 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары алып сыҡты. Ә сараны Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле сығышы асты. – Башҡорт халҡының легендар улы, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә үткәрелгән турнир республикабыҙҙа матур йолаға әүерелде, ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Артур Фәрүәз улы, ысынлап та, беҙ һеҙҙең менән тыныс йәшәһен өсөн бөтә ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы, уның именлеген тәьмин итте. Бынан тыш, ул бөтә буш ваҡытын спортты үҫтереүгә арнаны. Ул Тыуған илен, мәҙәниәтен, йолаларын бик яратты. Ҡайҙа ғына булһа ла, һәр ваҡыт, мин үҙ халҡымды яратам, тип әйтер ине. Бөгөн беҙ турнирҙы тиккә генә дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығышынан башламаныҡ. Сөнки Артур Фәрүәз улы ла сығышы менән халҡым, телем, илем тип янған милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ере Салауат районынан, – тине сығышында Ирек Сәғитов. – Ошондай мәртәбәле ярыштарҙы уҙғарған өсөн тәү сиратта Халыҡ-ара милли көрәш федерацияһына, Башҡортостан Республикаһының Милли көрәш федерацияһына, Салауат ҡалаһы мэры Марат Заһиҙуллинға рәхмәт белдерәм. Башҡортостан Республикаһы – спорт төбәге, һәм беҙҙә көрәште яраталар. Республикала спортты үҫтереү өсөн күп эшләнә, спорт залдары төҙөлә. Былтыр Өфөлә асылған Көрәш Һарайы ғына ни тора! Быларҙың барыһы ла балаларыбыҙ иң яҡшы спорт залдарында, спорт келәмдәрендә шөғөлләнә алһын өсөн, һәм улар Рәсәй масштабына ғына түгел, ә донъя кимәленә сыҡһын өсөн эшләнелә. Сергей Алопин Артур Әхмәтхановтың ике спорт төрөнә төп иғтибар биреүен билдәләне. – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов исеменән ярышта ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы, абруйлы ҡунаҡтарҙы сәләмләүемә шатмын. Бер аҙна элек кенә Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрелгәйне, бөгөн иһә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры. Былар – Артур Фәрүәз улының айырыуса иғтибар бүлгән ике спорт төрө. Бындай турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә. Барыһына ла уңыштар теләйем, – тине ул. – Бөгөн беҙ Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын уҙғарабыҙ. Ярыштар быға тиклем Өфөлә үткәрелде, әммә быйыл, Салауат ҡалаһының спорт мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уҙғарыу географияһын киңәйтергә ҡарар ителде. "Нефтехимик" спорт һарайы – спорт менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәре булған спорт объекты, ҡала спортсыларҙы бик йылы ҡаршы алды, халҡы бик ҡунаҡсыл. Әлеге турнир быйылға йомғаҡлау сараһы булып тора, төп старттар быйыл яҙын Өфөлә уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй чемпионаттарында һәм беренселектәрендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәште, Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында илдең намыҫын лайыҡлы яҡланы. Был турнир спортсылар бергә күберәк аралашһын, үҙҙәренең спорт кимәлен күтәрһен өсөн уҙғарыла. Әлеге спорт төрөнөң меңйыллыҡ тарихы бар. Ул Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрының икенсе бүлегенә индерелгән, юғары спорт исемдәрен, хатта Халыҡ-ара класлы спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемен алырға мөмкинлек бирә. Көрәштә ир-егеттәребеҙ үҙҙәренең көсөн күрһәтә. Шуға көрәш – ул беҙҙең ғорурлығыбыҙ, – тине Ришат Мөбәрәкйәнов. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин ҡалала ошондай күләмле ярыштарҙы ихлас ҡабул итеүҙәрен белдерҙе: – Салауат ҡалаһы бөгөн үҙ биләмәһендә ошондай күләмле һәм әһәмиәтле Бөтә Рәсәй ярыштарын ҡабул итеүе менән ғорурлана. Милли көрәш – ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тапшырған йола. Көрәш менән көслө рухлы, дәғүәсеһен хөрмәт иткән кешеләр, ысын ир-егеттәр шөғөлләнә. Хөрмәтле спортсылар, һеҙгә көслө рух, намыҫлы көрәш һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйем. Ә тамашасыларға бөгөнгө спорт байрамы сағыу тәьҫораттар килтерһен. Салауат ҡалаһына рәхим итегеҙ. Илдар Моратов Артур Фәрүәз улының батырлыҡ, тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм үҙ хеҙмәтен яратыу эталоны булыуы хаҡында әйтте. – Артур Фәрүәз улы көрәш кеүек спорт төрөн үҫтереүгә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, ҙур өлөш индерҙе. Уның тураһында Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъяла беләләр. Бөгөн балалар уның эшен дауам итәсәк һәм иң яҡшы сифаттарын күрһәтәсәк. Көрәш – ул ихтыяр көсө һәм уңышҡа ынтылыш, – тине ул. Артур Фәрүәз улының ҡатыны Фидәлиә Әхмәтханова иренең дәүләт әһәмиәтендәге мөһим бурыстарҙы үтәүе, илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың данлы йолаларының лайыҡлы вариҫы булыуы, бигерәк тә милли көрәште үҫтереү өсөн күп көс һалыуы хаҡында әйтте. Ул ярышты ойоштороуҙа ярҙам иткән Башҡортостан Башлығына, республика Хөкүмәтенә, Спорт министрлығына, Көрәш федерацияһына, Салауат ҡалаһы башлығына, бөтә ойоштороусыларға һәм ҡунаҡсыл Салауат ҡалаһына ҙур рәхмәтен белдерҙе, ә спортсыларға уңышлы сығыш яһауын, ғәҙел алыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләне. Абруйлы ҡунаҡтар ҡулынан бер төркөм кешеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең, Рәсәй Көрәш федерацияһының рәхмәт хаттарын алды. Сараны тантаналы асыуҙы Дмитрий Силин етәкләгән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, "Ағиҙел" халыҡ бейеү ансамбле «Беҙ - салауаттар» композицияһы япты. Айгиз ЯҠШЫБАЕВ, Баймаҡ районы: - 2019 йылдан Баймаҡта тренер булып бирле эшләйем. Көрәш түңәрәгендә яҡынса 30 – 35 бала шөғөлләнә. Улар ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һөҙөмтә күрһәтеп өлгөрҙө. Көрәш балаларға спортта ғына түгел, тормошта ла ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе еңергә ярҙам итәлер, тип уйлайым. Өҫтәүенә, көрәш – ул ата-бабаларыбыҙҙан килгән йола, уның менән балалар көрәшергә, тейеш тә, кәрәк тә. Был турнирҙа өс йыл рәттән ҡатнашабыҙ, егеттәрҙең уңыштары бар. Әлеге мәлдә Рөстәм Дәүләтбаев өлкәндәр араһында 75 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендәге ярышта финалға сыҡты. Уны Ырымбур егете менән финалда алыш көтә. Игеҙәге Руслан Дәүләтбаев 80 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә көрәшәсәк. Бөгөн ете спортсы алып килдем. Үҙем сығышым менән Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан. Көрәшкә алты йәштә бер туған ағайым алып килде. Беренсе тренерым Руслан Иҙрисов ошо спорт төрөнә һөйөү уятты. 7-се класҡа тиклем ауылда шөғөлләндем. Көрәш менән дуҫ булыуым Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатына уҡырға инергә булышлыҡ итте. Бында ла күнекмәләрҙе дауам иттем. Унда тренерыбыҙ Жәлил Йосопов булды. Уның етәкселегендә ағайым менән республика чемпионы булдыҡ, Рәсәй кимәлендәге ярыштарға ла сығып, призлы урындарға лайыҡ булдыҡ. Хәҙер иһә балаларҙы ошо спорт төрө серҙәренә төшөндөрәм. Был – минең яратҡан эшем, сөнки үҙем бәләкәйҙән ошо спортҡа ғашиҡмын, балаларҙы ла яратам. Ә беҙҙең эштә шуныһы иң мөһиме. Һәр тәрбиәләнеүсегә айырым ҡараш, уларҙы аңлай белергә кәрәк. Илнар ХӘСӘНОВ, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты, спорт мастерлығына кандидат: - Ошо Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки мин дә Артур Фәрүәз улының тыуған яғы Салауат районынанмын. Шуға күрә яҡташыма хөрмәт күрһәтеп, турнирҙа еңергә тейешмен, тигән уйҙамын. Был турнирҙа икенсегә ҡатнашам. Былтыр Өфөлә Көрәш һарайында уҙғанында чемпион булғайным. Көрәш менән 2019 йылда үҙемдең ауылымда шөғөлләнә башланым, студент булып киткәс тә, көрәште ташламаным, колледжда көрәш секцияһы бар. Тренерым – Рәмил Раил улы Ғәлимов. Был спорт төрө бик оҡшай. Уның үҙ техникаһы, үҙ үҙенсәлеге бар. Атай-олатайҙарыбыҙ ҙа көрәшкән, беҙ ҙә уларҙың юлын дауам итергә, еңергә, чемпион булырға тейешбеҙ. Салауат ҡалаһы беҙҙе йылы ҡаршы алды, тик ҡала менән танышырға ваҡыт етмәне. Лайыҡлы урын алырмын тип өмөтләнәм. Илнар ХӘМӘҘИЕВ, сығышы менән Дәүләкән районынан, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, икенсе разрядҡа эйә: - Көрәш менән ете йыл тирәһе шөғөлләнәм, тәүҙә үҙебеҙҙә, һуңынан – Өфөлә. Күнекмәләргә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына йөрөйөм. Көрәш физик әҙерлек бирә. Ярыштарға ла сыҡҡаным бар. Былтыр ҙа ошо турнирҙа сығыш яһаным. Салауат беҙҙе яҡшы ҡаршы алды, ҡала буйлап йөрөп килдек, әһәмиәтле урындарҙа булдыҡ. Ыҡсым, уңайлы ҡала. Беренсе алышта еңдем, маҡсатым – финалға сығыу. Был инде башҡа алыштарҙа ниндәй һөҙөмтә күрһәтеүемә бәйле буласаҡ. Камил ХӘСӘНОВ, Стәрлебаш районынан, Өфө дәүләт нефть техник университетының өсөнсө курс студенты, спорт мастерлығына кандидат, 2023 йылда Рәсәй беренселеге еңеүсеһе: – Был турнирҙа өсөнсөгә ҡатнашам. Быға тиклем ул Өфөлә үтә ине. Ә бөгөн беҙҙе ҡунаҡсыл Салауат ҡалаһы ҡаршы алды. Миңә бында бик оҡшай, ярыштар юғары кимәле ойошторолған. Көрәш менән 2016 йылдан шөғөлләнә башланым. Был спорт төрө йолаларҙы һаҡлай, ысын ир-егет булырға өйрәтә. Муса МОРТАЗИН, күрше Татарстан Республикаһынан, Ҡазан авиация институтының III курс студенты: – Көрәш менән 5-се кластан шөғөлләнәм. Көрәштә көс, рух, сыҙамлыҡ, психологик яҡтан үҙеңде тота белеү кеүек сифаттар кәрәк. Шуныһы үҙенсәлекле: көрәшселәрҙең дуҫтары күп була. Шәхсән минең Татарстандан, башҡа төбәктәрҙән күп дуҫтарым бар, улар менән аралашып торабыҙ. Әлеге турнирҙа икенсегә ҡатнашам. Тәүгеһе 2022 йылда Өфө ҡалаһында булғайны. Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Салауат буйлап экскурсия ла ҡылып өлгөрҙөк - ыҡсым, матур ҡала. Әле келәмгә бер тапҡыр сыҡтым, бик уңышлы булманы. Алда тағы сығыштар көтә, яҡшыға өмөт итәм. Антон МАТАЕВ, Төмән өлкәһенән килгән, көрәш менән ни бары ярты йыл самаһы шөғөлләнә, әммә ошондай күләмле ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ҡурҡмаған: – Бөгөн беҙ Төмәндән 16 кеше килдек. Мин шөғөлләнгән төп спорт төрө ул – грек-рим көрәше, уның менән 14 йыл мауығам. Шулай ҙа үҙемде көрәштә лә һынап ҡарарға теләнем. Уның да үҙ өҫтөнлөктәре бар. Ул реакция, фекерләүҙе үҫтерә. Әле уның нескәлектәренә бик төшөнөп тә етмәйем, сөнки бик аҙ ваҡыт уҙҙы. Бөгөн үҙемдекеләр менән алышҡа сыҡтым, тик еңелдем, әммә бер балл алдым. Әлегә миңә тәжрибә етмәй, әммә киләсәктә барыһының да яҡшы булырына ышанам. Күләмле ярыштарҙы үҙендә ҡабул иткән Салауат ҡалаһынан ул көндө ике спортсы сығыш яһаны. Уларҙың тренерҙары – Илдар Ильясов: – Салауат ҡалаһының 21-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләйем, 2008 йылдан көрәш буйынса тренермын, балалар менән ошо мәктәп базаһында шөғөлләнәм. Уҡыусыларымдың бөгөн икәүһе келәмгә сыҡты: Вилдан Мөрсәлимов (55) һәм Николай Примак (60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәме). Өсөнсө тәрбиәләнеүсем, йәрәхәт алыуы сәбәпле, ҡатнаша алманы. Бөгөн уларҙың икеһе лә сығыш яһап өлгөрҙө – еңделәр, яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр. Киләһе сығышты көтәбеҙ. Үҙем көрәш менән 2-се класта уҡығанда мауыға башланым. Тренер дәрескә килеп был спорт төрө тураһында һөйләне. Шул ваҡыттан ошо спорт төрөнә ғашиҡмын, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Өс тренерым булды, уларҙың берәүһе - Советтар Союзы спорт мастеры Рим Ҡунаҡбаев – бөгөн бында. Уңышҡа өлгәшеүемдә уның роле ҙур. Ғөмүмән, беҙҙең тормош – үҙе көрәш ул. Келәмдә генә түгел, ә үҙебеҙҙең теләмәгән нимәләр менән көрәшәбеҙ. Был спорт төрө көс, характер тәрбиәләй. Николай ПРИМАК, 17 йәш, Салауат индустриаль колледжының II курсы студенты: – Тренерым – Илдар Әхмәт улы. Был спорт төрөнә мине атайым алып килде, ул да көрәш менән шөғөлләнде. Был шәп спорт төрө кешелә дисциплина тәрбиәләй. Әгәр еңелһәң, кәйефте төшөрөргә кәрәкмәй, алға барырға, үргә ынтылырға кәрәк. Бөгөн сығыш яһап өлгөрҙөм – еңдем. Артабан да яҡшыға өмөтләнәм. Вилдан МӨРСӘЛИМОВ, Салауат ҡалаһы: – Көрәш менән биш йыл шөғөлләнәм. Физик яҡтан әҙерләнгән булыу, өйҙә ултырмаҫ өсөн, буш ваҡытты файҙалы үткәреү килдем бында. Класташтарым шөғөлләнә ине, мине лә саҡырҙылар. Бөгөнгө һөҙөмтәләрем сағыштырмаса яҡшы. Динә ҒӘЛИЕВА. Автор фотолары. Салауат ҡалаһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
22 ноябрҙә Салауат ҡалаһының "Нефтехимик" спорт һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры башланды. Был спорт сараһы бишенсе тапҡыр үткәрелә һәм ул үҙендә илдең 25 төбәгенән килгән 270-тән ашыу көрәшсене тупланы. Быға тиклем ярыштар Өфөлә үткәрелде, быйылғыһын Салауат ҡалаһында ойошторорға ҡарар итәләр. Спорт һарайы был көндө һабантуй майҙанын хәтерләтте: баһадирҙар келәмдә бил һынаша, көйәрмәндәр, тренерҙар улар өсөн янып көйҙө, хуплау, дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың спорт министрының беренсе урынбаҫары Сергей Алопин, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин, "Рәсәй Көрәш федерацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры, Рәсәй Спорт министрлығының спорт әҙерлеге үҙәге Рәсәй йыйылма командалары өлкән тренеры Ришат Мөбәрәкйәнов, "Башҡортостан Республикаһының Көрәш спорт федерацияһы" төбәк йәмәғәт ойош