Иғтибарығыҙға "ВЕСТНИК ЗОЖ" гәзитенән яҙма һәм рецепт тәҡдим итәбеҙ. “Минең хроник бронхит, үпкә эмфиземаһы бар ине. Йылына ике тапҡыр пневмония менән ауырый һәм был хәлдән ғүмерҙә лә ҡотола алмаясаҡмын тип уйлағайным. Әммә таныш табип бик ябай ысул тураһында һөйләгәс, ул миңә генә түгел, күп таныштарыма ла ярҙам итте. Ул эшләгән дауаханала ике ир үпкә абсцессы менән ята. Оло йәштәгеһе вафат була, ә йәшерәге, табиптарҙың тырышлығына ҡарамаҫтан, көндән-көн һүнә бара. Үлем һөҙөмтәһен тикшергәндән һуң, дауахана профессоры табиптарҙы бер ниҙә лә ғәйепләй алмауын, дауалау дөрөҫ үткәрелеүен, әммә ауырыуҙың хәле үтә насар булыуын әйтә. Шул саҡта баяғы табип профессорҙан йәш кешене сода менән һарымһаҡ ингаляцияһы менән дауаларға рөхсәт һорай. Һәм, ауырыуҙың температураһы 40-тан кәм булмауына ҡарамаҫтан, ризалыҡ ала. Ингаляциялар яһай башлағандың икенсе тәүлеге аҙағында егеттең температураһы 37,2 - гә тиклем төшөүе ғәжәпләндерә. Егетте аяҡҡа баҫтыралар. Бына был ингаляцияның составы һәм уны н