Найти в Дзене

Юлға сыҡмағыҙ!

Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, алдағы көндәрҙә асфальт боҙ ҡатламы менән ҡапланасаҡ, был юл фажиғәләренә килтереүе ихтимал. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов автомобилселәрҙе шәхси транспортта йөрөүҙе сикләргә һәм ҡаланан ситтә йөрөүҙән тыйылырға саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, әгәр сәфәр ҡотолғоһоҙ булһа, юлдарҙа үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, түбән тиҙлектә хәрәкәт итергә, хәүефһеҙ араны һаҡларға, томанға ҡаршы фаралар ҡулланып, тышҡы яҡтылыҡ приборҙарын ҡабыҙырға кәрәк. Ябай иғтибарһыҙлыҡ, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булыуы ихтимал. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, хәлде күҙәтеү өсөн көсәйтелгән хеҙмәт режимына күсереүҙәре билдәләнде. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итергә әҙер. Бөгөн, 23 ноябрҙә, Башҡортостанда көслө ямғыр яуыуы, епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа урыны менән томан төшөүе көтөлә, тип хәбәр итә республика буйынса Ғә

Һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле, алдағы көндәрҙә асфальт боҙ ҡатламы менән ҡапланасаҡ, был юл фажиғәләренә килтереүе ихтимал. Ошоноң менән бәйле Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы начальнигы Владимир Севастьянов автомобилселәрҙе шәхси транспортта йөрөүҙе сикләргә һәм ҡаланан ситтә йөрөүҙән тыйылырға саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, әгәр сәфәр ҡотолғоһоҙ булһа, юлдарҙа үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, түбән тиҙлектә хәрәкәт итергә, хәүефһеҙ араны һаҡларға, томанға ҡаршы фаралар ҡулланып, тышҡы яҡтылыҡ приборҙарын ҡабыҙырға кәрәк. Ябай иғтибарһыҙлыҡ, шулай уҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булыуы ихтимал. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, хәлде күҙәтеү өсөн көсәйтелгән хеҙмәт режимына күсереүҙәре билдәләнде. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итергә әҙер. Бөгөн, 23 ноябрҙә, Башҡортостанда көслө ямғыр яуыуы, епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа урыны менән томан төшөүе көтөлә, тип хәбәр итә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Автоһәүәҫкәрҙәргә боҙлауыҡ һәм насар күреү мөмкинлеге сәбәпле юлдарҙа иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Фото: МЧС. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!