"Яңылыҡтар " номинацияһында еңеүҙе "Спутник-ФМ - Өфө тулҡыны" радиоһының "Көн йомғаҡтары" программаһы алды. Шулай уҡ был радионың "Ҡабаҡ ҡабул итеү пункты" акцияһы "Радиостанцияны үҫтереү. Эфирҙан тыш проект" номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды. "Юлдаш" радиоһы иһә Миләүшә Йәғәфәрованың "Яратам тип әйтергә өлгөрөгөҙ" авторлыҡ проекты өсөн "Тура эфирҙағы иң яҡшы мәл" номинацияһында иң ҙур наградаға лайыҡ булды. "Алтын микрофон"дарҙы тапшырыу тантанаһы кисә Мәскәүҙә үтте. "Радиомания" милли премияһы 2002 йылдан алып тапшырыла. Ул илдең радиоиндустрияһында иң ҙур награда булып тора, шуға уны "радио Оскары" тип тә йөрөтәләр. Быйыл уға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 300-ҙән артыҡ ғариза ҡабул ителгән, еңеүселәр 42 номинацияла билдәләнгән. - Беҙҙең өсөн был радио өлкәһендәге төп конкурстағы беренсе еңеүебеҙ түгел. Барлығы 17 тапҡыр награда алғанбыҙ! Был абруйлы ла, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. «Спутник FМ» тәүлек әйләнәһенә тыңлаусыларға Рәсәй һәм көнбайыш хиттарын яңғырата, Өфө һәм респуб