“Беҙ Гөлиә апайым менән бер туғандар кеүек үҫтек. Ә ысынында – ике туғандарбыҙ, йәғни әсәйҙәребеҙ – бер туған. Миңә исемде лә уныҡына оҡшаш итеп Юлиә тип ҡушҡандар. Үтә яҡын булыуыбыҙҙың тағы бер сәбәбе – ул да, мин дә ғаиләлә малайҙар араһында үҫкән бөртөк кенә ҡыҙҙарбыҙ: Гөлиә апайымдың ике ҡустыһы, ә минең ағайым бар. Апайым менән арабыҙ өс йәш булһа ла, әхирәттәр кеүек сер бүлештек, һәр ваҡыт уның кәңәштәренә таяндым. Миңә 17 йәш булғанда Гөлиә апайым кейәүгә сыҡты. Еҙнәй күрше райондан, апайымдың институттағы курсташы ине. Азамат еҙнәйем менән танышҡас, яҡындан аралаша башлағас, башымда гел шундай уй булды: “Минең тормош юлдашым да тап уның кеүек буласаҡ: аҡыллы, һомғол буйлы, шаян, изгелекле...” Һайланып йөрөп, 29 йәшемдә генә тормошҡа сыҡтым. Тик Илдар һис тә еҙнәйем кеүек түгел шул. Ҡайным менән ҡәйнәм ныҡ алдарына алып, әҙергә – хәҙер тип кенә үҫтергәнгәме, тормош көтөүгә яраҡһыҙ булып сыҡты һайлаған кешем. Этеп-төртөп, көс-хәл менән юғары уҡыу йортон тамамлаған, әммә бер урын