– Сығышым менән Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынанмын, бөгөн ғаиләм менән Күгәрсен районының Исем ауылында төпләнгәнбеҙ, – тип башланы һүҙен Азалия ханым. – Ҡәҙимге тормош менән йәшәйбеҙ – һарай тулы мал, баҡса тулы йәшелсә-емеш тигәндәй. Йәштәр ҡалаһы Сибай буласаҡ ирем Илназ менән таныштырҙы, шунда табыштыҡ һәм ҡауышттыҡ. Сыңғыҙҙа һәм Исемдә гөрләтеп туй уҙғарҙыҡ. Әйткәндәй, икебеҙ ҙә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) тамамланыҡ, педагог һөнәрен үҙләштерҙек. Балаларыбыҙ – йәшәү мәғәнәбеҙ. Иң өлкәнебеҙ Даян IV класта уҡый, спорт менән ныҡ мауыға. Ислам иһә III класта уҡый, ағаһынан ҡалышмайым тип "5"тәрҙе йыш алып ҡайта. Ул да футбол уйнарға ярата, көрәш секцияһын ҡалдырмай. Ниязға ике йәш, Айназға оҙаҡламай бер йәш тула. Ошолай балаларҙы йыш табыуҙың үҙенең отошло яҡтары бар, бергә игеҙәк шикелле үҫәләр, бер-береһенең кейемдәрен кейеп кинәнәләр. Илназ алтын ҡуллы, ағас эшен унан да төптән белгән кеше юҡтыр. Сыйырсыҡ ояһын эшл