Найти в Дзене

Шәхси ҡабул итеү ойошторолдо

Бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктең йәмәғәт ҡабул итеү бинаһында Рәсәй Геройы, “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам” йүнәлеше координаторы Владимир Сайбель МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен шәхси ҡабул итте. Ундағы һорауҙарҙы ҡарауҙа шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов, Рәсәй Геройы, “Берҙәм Рәсәй” яҡлыларының төбәк советы рәйесе, Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаһы Денис Чернавин да ҡатнашты. Һорауҙар төрлө темаларға яңғыраны. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә түләүҙәр алыуҙа ярҙам, хәбәрһеҙ юғалған туғандарҙы эҙләүҙә булышлыҡ итеү, хәрби-табип комиссияһын үтеүҙәге мәсьәләләр һәм башҡалар. Ҡабул итеүгә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна ла килде. Һәләк булған Ватан һаҡсылары ғаиләләренең Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төб

Бөгөн, 21 ноябрҙә, төбәктең йәмәғәт ҡабул итеү бинаһында Рәсәй Геройы, “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһының “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам” йүнәлеше координаторы Владимир Сайбель МХО-ла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен шәхси ҡабул итте. Ундағы һорауҙарҙы ҡарауҙа шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов, Рәсәй Геройы, “Берҙәм Рәсәй” яҡлыларының төбәк советы рәйесе, Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаһы Денис Чернавин да ҡатнашты. Һорауҙар төрлө темаларға яңғыраны. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә түләүҙәр алыуҙа ярҙам, хәбәрһеҙ юғалған туғандарҙы эҙләүҙә булышлыҡ итеү, хәрби-табип комиссияһын үтеүҙәге мәсьәләләр һәм башҡалар. Ҡабул итеүгә Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Олеговна ла килде. Һәләк булған Ватан һаҡсылары ғаиләләренең Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе булараҡ, мохтаждарға аҙыҡ-түлек тупланмаларын ойоштороу тураһында үҙенең инициативаһы менән сыҡты. Аҙыҡ-түлекте алып барыуға әҙер булған партнерҙар барлығы ла билдәләнде. “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһы координаторы Владимир Сайбель Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса системалы эш алып барыуын билдәләне. -Республикала “Берҙәм Рәсәй” һәм Башҡортостан Башлығы тарафынан көслө команда тупланған. Бында алып барылған системалы эш айырым иғтибарға лайыҡ, - тине тине ул. Фото: “Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитетынан.