“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект “Молодежь и дети”) тормошҡа ашырыуға ярашлы, вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университетының Архитектура-төҙөлөш институты студенттары XII халыҡ-ара архитектура һүрәте конкурсында ҡатнашҡан. 11 студент юғары уҡыу йортон лайыҡлы күрһәтеүгә өлгәшкән. Бер эш гран-приға лайыҡ булған, туғыҙ эш – 1-се һәм бер эш 2-се урынға сыҡҡан. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Конкурс Томск дәүләт архитектура-төҙөлөш университетында үтә. Унда Екатеринбург, Минск, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Дондағы Ростов, Әстрхан һәм башҡа ҡалаларҙан 314 студент ҡатнашҡан. Улар халыҡ-ара жюри хөкөмөнә 360 эш тәҡдим иткән. Номинацияларҙың береһендә V курс студенты Валерия Лапинаның эше гран-приға лайыҡ булған. Айгөл Ғиләжева, Анастасия Каратаева, Алһыу Ғәлина, Дилиә Ғәлиәхмәтова, Родион Грачев, Петр Карев, Айһылыу Сабирова, Амалия Фазлетдинова һәм Алиса Нафиҡова беренсе урын яулаған. Елизавета Антюхова ла яҡшы һөҙ