Республикабыҙҙа 2020 йылдан алып ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген эшкәртеү буйынса дөйөм суммаһы 9,6 миллиард һумлыҡ 12 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдименә ярашлы булдырылған “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) бурыстарына тап килә. 2030 йылға агросәнәғәт комплексы продукцияларын етештереү индексын 2021 йылдың күрһәткестәренә ҡарағанда кәмендә 25 процентҡа арттырыу планлаштырыла. Әле республикала ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген етештереү, һаҡлау буйынса 23 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы – 21 миллиард һумдан ашыу. Араларында, мәҫәлән, Ҡандра ауылы элеваторында бүлеү-логистика үҙәге булдырыу, Өфө ит-консерва комбинатында колбаса етештереүҙе йылына 15 мең тоннаға арттырыу, Нефтекама ит комбинатында ошо уҡ изделиеларҙы сығарыу күләмен йылына дүрт мең тоннаға тиклем еткереү кеүек башланғыстар бар. Баш