Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кампуста Бөтә Рәсәй конференцияһы үтә

Рәсәйҙең 23 ҡалаһы, шулай уҡ Ирандың ғилми үҙәктәре һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре «Инновациялы технологияларҙың, материалдарҙың һәм ғөмүмән технологияларҙың фундаменталь аспекттары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша. Конференция 19-21 ноябрҙә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углеродлы технологиялар үҙәгенең углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһында үтә. - Беҙҙең конференция наноматериалдар, дөйөм алғанда, материалдар һәм мәғлүмәт технологияларын берләштереүе менән үҙенсәлекле. Улар барыһы ла матдә менән энергияны үҙгәртеүгә йүнәлтелгән. Беҙ фундаменталь мәсьәләләрҙе ҡараясаҡбыҙ. Тәжрибә уртаҡлашыу төп маҡсат булып тора, сөнки әле тар махсуслашыу быуаты һәм йыш ҡына белгестәр ҡатнаш өлкәләрҙе белмәй, ә конференцияла фәндең бөтә тармаҡтары панорамаһын күрергә мөмкин, - тип билдәләне Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм

Рәсәйҙең 23 ҡалаһы, шулай уҡ Ирандың ғилми үҙәктәре һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре «Инновациялы технологияларҙың, материалдарҙың һәм ғөмүмән технологияларҙың фундаменталь аспекттары» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнаша. Конференция 19-21 ноябрҙә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Өфө дәүләт нефть техник университетының Водород-углеродлы технологиялар үҙәгенең углерод технологиялары һәм спектроскопия лабораторияһында үтә. - Беҙҙең конференция наноматериалдар, дөйөм алғанда, материалдар һәм мәғлүмәт технологияларын берләштереүе менән үҙенсәлекле. Улар барыһы ла матдә менән энергияны үҙгәртеүгә йүнәлтелгән. Беҙ фундаменталь мәсьәләләрҙе ҡараясаҡбыҙ. Тәжрибә уртаҡлашыу төп маҡсат булып тора, сөнки әле тар махсуслашыу быуаты һәм йыш ҡына белгестәр ҡатнаш өлкәләрҙе белмәй, ә конференцияла фәндең бөтә тармаҡтары панорамаһын күрергә мөмкин, - тип билдәләне Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Өфө дәүләт нефть техник университетының «Нефть һәм газ технологияһы» кафедраһы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Михаил Доломатов. Кампус директоры Сергей Гладких билдәләүенсә, конференцияға фәндең төрлө йүнәлештәре менән шөғөлләнгән күп университеттар һәм ғилми ойошмалар вәкилдәре килгән. Уның һүҙҙәренсә, дисциплина-ара ҡараш яңы идеялар һәм йүнәлештәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Сара барышында «Синергетиканың көнүҙәк мәсьәләләре» төбәк юғары уҡыу йорт-ара методологик семинары ултырышын һәм йәш ғалимдарҙың докладтар конкурсын уҙғарыу күҙаллана. Белешмә Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 2025 йылдан заманса кампустар селтәрен булдырыу федераль проекты “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Был эш РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ҡатнашлығында ойошторола. Өфө вуз-ара кампусы проекты – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналар, уҡыу комплекстары, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, уңайлы скверҙар һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар майҙансығы. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!