Найти в Дзене

Гөлсирә апайҙың йөҙөнән нур сәселә

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәгән Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы Әсәнова беҙҙең төркөмдә барған “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” тип аталған конкурста ҡатнаша. Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы 1951 йылдың йәмле июль айында Баймаҡ районының Басай ауылында тыл ветераны (1942 - 1950 йылдарҙа тракторсы, унан һуң бригадир булып эшләгән) Нәҡиә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (1942 йылда һуғышҡа киткән һәм 1947 йылда ҡайтҡан) Нурғәле Фәтхуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан зирәк, аҡыллы, эшсән, йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ ата-әсәһе эштә саҡта һеңле-ҡустыларын ҡарашып, өләсәһенең уң ҡулы булып үҫә. Башланғыс белемде Басай башланғыс мәктәбендә ала, 5-8-се класта Күсей мәктәбендә уҡый, 9-10-сы кластарға иһә Иҫке Сибай мәктәп-интернатына бара. "Күсейҙә белем алған мәлдә Рафиға исемле тәрбиәсе балаларҙы бейергә өйрәтә, әсәйебеҙ ҙә бейеүгә йөрөй, төрлө сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Йыш ҡына Баймаҡ ҡалаһындағы сморт-конкурстарҙа призлы урын яулауға өлгәшә. Шул мәлдәрҙә Басай ауылында

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәгән Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы Әсәнова беҙҙең төркөмдә барған “Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” тип аталған конкурста ҡатнаша. Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы 1951 йылдың йәмле июль айында Баймаҡ районының Басай ауылында тыл ветераны (1942 - 1950 йылдарҙа тракторсы, унан һуң бригадир булып эшләгән) Нәҡиә һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны (1942 йылда һуғышҡа киткән һәм 1947 йылда ҡайтҡан) Нурғәле Фәтхуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Бала саҡтан зирәк, аҡыллы, эшсән, йыр-бейеүгә маһир ҡыҙ ата-әсәһе эштә саҡта һеңле-ҡустыларын ҡарашып, өләсәһенең уң ҡулы булып үҫә. Башланғыс белемде Басай башланғыс мәктәбендә ала, 5-8-се класта Күсей мәктәбендә уҡый, 9-10-сы кластарға иһә Иҫке Сибай мәктәп-интернатына бара. "Күсейҙә белем алған мәлдә Рафиға исемле тәрбиәсе балаларҙы бейергә өйрәтә, әсәйебеҙ ҙә бейеүгә йөрөй, төрлө сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Йыш ҡына Баймаҡ ҡалаһындағы сморт-конкурстарҙа призлы урын яулауға өлгәшә. Шул мәлдәрҙә Басай ауылында Ғата Сөләймәнов - ҡурайсылар курсына, ә Рәшиҙә Туйсина менән Әнүәр Ишбирҙин бейеүселәр курсына балалар йыя, әсәйебеҙ үҙенең ағаһы менән бергә конкурстан үтә, ләкин ата-әсәләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ өсөн уҡырға бармай ҡалалар", - тип яҙа ҡыҙы Гөлназ Сәлихова. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, уҡытыусылар етмәү сәбәпле, аттестат алған егет-ҡыҙҙарҙы йүнәлтмә буйынса мәктәптәргә уҡытырға ебәрәләр. Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы Күсей мәктәбендә бер йыл эшләй, унан Йылым мәктәбенә ебәрелә. Ошо арала Сибай педагогия училищеһында белемен камиллаштыра һәм 1-се Этҡол ауылына эшкә бара, унда тәрбиәсе лә, уҡытыусы ла булып эшләй. Яҙмыш елдәре Ғәҙелбай ауылына килтерә, был ауылда ла байтаҡ ваҡыт уҡыта. 1971 йылдың март айында ошо ауыл егете Фирғәт Байғәле улы Әсәновҡа кейәүгә сыға. "Атайым да һәр саҡ яҡшылар рәтендә йөрөнө, ғүмер буйы алдынғы комбайнсы, тракторсы, малсы булды. Бик матур йырлай. Ул боронғо халыҡ йырҙары 'Урал", "Сибай", "Абдрахман", "Уйыл"ды яратып башҡара. 1999 йылда Баймаҡ ҡалаһында республика кимәлендә үткән "Оҙон көй" конкурсында Гран-при яуланы, 1994 йылда республика кимәлендә үткән атайҙар конкурсында ҡатнашып, ғаилә менән 2-се урын алдыҡ", - тип дауам итә ҡыҙҙары. Гөлсирә Нурғәле ҡыҙы 11 йыл колхозда төрлө эштәрҙә йөрөп, өс йыл клуб мөдире булып, 12 йыл 1-се Этҡолда башҡорт компьютер лицейы интернатында тәрбиәсе булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Дәртле, ихлас, уңған ҡатын йырлап, бейеп төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Учалы ҡалаһында "Мин яратам һине, тормош!" конкурсында йырлап - 2-се, ә Баймаҡ районының Ярат ауылындағы конкурста 1-се урын ала. "Ҡарасурай", "Сәлимәкәй" кеүек халыҡ йырҙарын бик яратып башҡара. "Атайыбыҙ менан дүрт бала үҫтереп, барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Ағайыбыҙ Фуат - физика, математика фәндәре уҡытыусыһы, 30 йыл балаларға белем бирә. Апайыбыҙ Айгөл рус теле һәм әҙәбиәте, география фәндәре уҡытыусыһы булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 39 ғына йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте. Мин 30 йыл педагог булып эшләйем, инглиз теле уҡытыусыһы булып эш башланым, 2003 йылдан балалар баҡсаһында тәрбиәсемен. Һеңлебеҙ 15 йыл йыр уҡытыусыһы. Әсәйебеҙ хаҡлы ялда баҡса үҫтерә, оло йәштә булһалар ҙа, атай менән мал тоталар. Урам тултырып үҫкән алма, сейә, ҡара миләш, ҡарағаттары мул емеш бирә. Йәй көнө өй тирәһе гөл-сәскәгә күмелә. Киләһе йыл, Алла бирһә, әсәйебеҙгә - 75, атайыбыҙға 80 йәш тула", - тип тамамлай һүҙен ҡыҙҙары. Г. Әсәноваға тауыш бирергә теләһәгеҙ, ошо һылтанма аша үтегеҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328 Фото: Әсәновтарҙың ғаилә архивынан. Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...