Яугирҙәрҙең өйөндә барыһы ла тыныс булһа, улар Ватанды яҡшыраҡ һаҡлаясаҡ. Тап шуға күрә Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү системаһы булдырылған – бөгөн тормоштоң иң мөһим өлкәләрен үҙ эсенә алған 54 төрлө ярҙам сараһы ғәмәлдә. “Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы” хәрби хәрәкәттәр аша үткәндәрҙе берләштереп кенә ҡалмай. Бында һәр ветеран һәм һәр ғаилә аныҡ ярҙам, кәңәш, һүҙ, ҡул булышлығы алыу мөмкинлегенә эйә. Бер мәсьәлә лә иғтибарһыҙ ҡалмаһын өсөн ассоциация яугирҙәр һәм уларҙың туғандары менән бергә эшләй. Бының өсөн ассоциация ышаныслы партнерҙар менән бер нисә килешеү төҙөгән: - Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙар союзы менән – үҙ эшен асырға һәм яңы тормош башларға теләүселәргә ярҙам итеү өсөн; - “Ватанды һаҡлаусылар” фонды һәм Ватан яугирҙәре ғаиләләре комитеты менән – көстәрҙе координациялау һәм адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн; - Макс групп юридик компанияһы менән – ғаиләләр һәм МХО-ла ҡатнашыусылар хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса квалиф