Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн транспорт һалымы буйынса ташлама бер йылға оҙайтылды. Быйыл льготаға хоҡуҡлылар 2024 йыл өсөн транспорт һалымЫ түләмәй. Яңы закон уларҙы 2025 йыл өсөн түләүҙән дә азат итә, тине парламент рәйесе Константин Толкачев. Ташлама мотоцикл, еңел һәм йөк автомобилдәре, башҡа үҙ йөрөшлө транспортҡа ҡағыла. Ике һәм унан күберәк транспорт хужаһы льготалыһын үҙе һайлай.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн транспорт һалымы буйынса ташлама бер йылға оҙайтылды
3 декабря 20253 дек 2025
~1 мин