“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы Өфө дәүләт нефть техник университетының тау-нефть факультетында “Тикшеренеүҙәрҙең геофизик алымы” кафедраһында яңы лаборатория асты. Тантаналы сара барышында “Башнефть-Геофизика” кафедраһын булдырыу тураһында килешеүгә лә ҡул ҡуйылды. Ул “Башнефть - ПЕТРОТЕСТ” компанияһы өсөн геологтарҙы, петрофизиктарҙы һәм башҡа белгестәрҙе әҙерләйәсәк. –ӨДНТУ – кадрҙар әҙерләүҙә “Башнефть”тең төп партнеры. Уның хеҙмәткәрҙәренең яртыһы тиерлек – беҙҙең университетты тамамлаусылар. Яңы лаборатория буласаҡ белгестәрҙең белем кимәленең “Башнефть” компанияһы талаптарына ярашлы булыуына булышлыҡ итәсәк, – тине лабораторияны асыу тантанаһында ӨДНТУ-ның ректоры Олег Баулин. Буласаҡ инженер-геофизиктар “Тикшеренеүҙәрҙең геофизика алымдары“ кафедраһында скважиналарҙың геофизика тикшеренеүҙәрен анализлауға өйрәнәсәк, махсус ҡорамалдар менән эшләү оҫталығын үҙләштерәсәк. Лаборатория тулыһынса Рәсәй ҡорамалдары, мәғлүмәттәрҙе теркәү системалары, скважина геофизика приборҙа