Шундай ир-егеттәр була: улар эшләгән эштәре өсөн хаҡ та, дан да һорамайҙар - күңеле ҡушҡанса башҡаралар.Йәрмөхәмәттә тыуған ауылы өсөн йән атҡан ир-егеттәр байтаҡ. Республика көнөнә ауылдаштары менән "Сәләмәт ауыл-2024" бәйгеһендә ҡатнашып, еңгән аҡсаға "Мин яратам, Йәрмөхәмәт" тигән арт- объект ултырттылар. Күп тә үтмәй ауыл старостаһы Хәлиуллин Ғибаҙулла Мөхәрләм улы ауылға инеп килгәндәге ҡалҡыу ергә Ҡурай арт - объектын эшләп ултыртты.Ул шундай уҡ Ҡурайҙы Ярат ауылына төшкән ергә лә ултыртты. Хәҙер ике ауылда ла Ҡурай арт-объекты ҡунаҡтарҙы һәм ауылдаштарын ҡаршы алып, оҙатып ҡала. Афарин, Ғибаҙулла Мөхәрләм улы! Шундай ир-егеттәр барҙа ауыл йәшәйәсәк! Ярат ауыл биләмәһе.
Шундай ир-егеттәр була: улар эшләгән эштәре өсөн хаҡ та, дан да һорамайҙар - күңеле ҡушҡанса башҡаралар.Йәрмөхәмәттә тыуған ауылы өсөн йән
2 декабря 20252 дек 2025
~1 мин