Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яҡташыбыҙҙың данлы тормош юлында халҡыбыҙ яҙмышы сағыла

Был тормошта һәр кем үҙенең артынан ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Ағас – емеше, кеше эше менән матур, тип әйтелгәнсә, һәр кемде ысынбарлыҡтағы хеҙмәтенә, ғүмер юлына ҡарап баһалайҙар. Ошо йәһәттән бөгөн тыуыуына 100 йыл тулған Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллиндың тормош юлы – һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең береһенең, һәләтле кешенең үҙ-үҙен камиллаштырыу миҫалы ул. Заманында ул партияның Әбйәлил район комитетының беренсе секретары булараҡ, ул фекерҙәштәре – идара итеүселәр – коллективын туплаған һәм республикала Әбйәлил районын төп күрһәткестәр буйынса алға сығарған. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткәрелгән сарала һүҙ ошо һәм башҡалар хаҡында барҙы. “Өлгөлө кеше ине. Һәм уның ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ мираҫы – ғәҙел кисергән ғүмере. Уның эштәре кешеләр өсөн нисек эшләүҙе аңлау өсөн бик мөһим. Фәйзрахман Шәйхетдин улының ғүмер юлы күптәргә өлгө булып тора”, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Конс

Был тормошта һәр кем үҙенең артынан ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдыра. Ағас – емеше, кеше эше менән матур, тип әйтелгәнсә, һәр кемде ысынбарлыҡтағы хеҙмәтенә, ғүмер юлына ҡарап баһалайҙар. Ошо йәһәттән бөгөн тыуыуына 100 йыл тулған Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллиндың тормош юлы – һуғыштан һуңғы осорҙа Башҡортостандың күренекле партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәренең береһенең, һәләтле кешенең үҙ-үҙен камиллаштырыу миҫалы ул. Заманында ул партияның Әбйәлил район комитетының беренсе секретары булараҡ, ул фекерҙәштәре – идара итеүселәр – коллективын туплаған һәм республикала Әбйәлил районын төп күрһәткестәр буйынса алға сығарған. Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткәрелгән сарала һүҙ ошо һәм башҡалар хаҡында барҙы. “Өлгөлө кеше ине. Һәм уның ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ мираҫы – ғәҙел кисергән ғүмере. Уның эштәре кешеләр өсөн нисек эшләүҙе аңлау өсөн бик мөһим. Фәйзрахман Шәйхетдин улының ғүмер юлы күптәргә өлгө булып тора”, – тине республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм Фәйзрахман Шәйхетдин улының яҙмышының Әбйәлил менән бәйле икәнлеге хаҡында әйтте. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы Данияр Абдрахманов, Башҡортостандың Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм башҡалар ҡатнашты. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев 2025 йылдың Әбйәлил өсөн юбилей йылы икәнлеге хаҡында әйтте. “Быйыл райондың барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуын билдәләйбеҙ. Беҙ районыбыҙҙың бай тарихы һәм уны данға күмгән яҡташтарыбыҙ Таһир Күсемов, Рамаҙан Өмөтбаев, Әхмәт Лотфуллин, Рафиҡ Сәлмәнов, Ким Әхмәтйәнов, Ишмырҙа Һиҙиәтов һәм башҡалар менән ғорурланырға тейешбеҙ. Был рәттә билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллин айырым урын биләй”, - тине ул. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, ике айлыҡ курстарҙы тамамлаған Фәйзрахман Шәйхетдин улын, хатта урта белеме булмаһа ла, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Фронҡа киткәнгә тиклем, 1943 йылда колхозсы була, 1945 йылға тиклем Белоруссия, Польша аша яу юлын үтә һәм һуғышты Германиялағы Одер йылғаһында тамамлай. Артабан ул Совет Армияһы хеҙмәтендә мөҡәддәс бурысын үтәй, дивизия гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Әрменән һуң ҙур колхоздың партком секретары булып эшләп өлгөрә. Бынан тыш, Фәйзрахман Шәйхетдин улы рус телендә яҡшы һөйләшә һәм грамоталы яҙа. 1958 йылда Фәйзрахман Шәйхетдин улы Советтар Союзы Коммунистар партияһы ҡарамағындағы Өфө юғары партияһында уңышлы уҡып сыға, 1959 йылдың декабренә, Советтар Союзы Коммунистар партияһы район комитетының икенсе секретары итеп һайланғанға тиклем, Әбйәлил районының “Осҡон-Искра” гәзитенең баш мөхәррире бурыстарын үтәй. Шуны билдәләргә кәрәк, райондың тәүге етәкселәренең береһе булараҡ, ул үҙенең сираттағы эше бурыстарын уңайлы шарттарҙа атҡармаған. “Мин бәләкәй саҡта беҙҙең Тәпән ауылында Маһинур Хисамова исемле билдәле тракторсы бар ине. Был ваҡытта ауылда 1-се секретарь килә, тигән һүҙ таралды. Шул саҡ мин беренсе тапҡыр Фәйзрахман Хисмәтуллинды күрҙем. Ул беҙгә, ябай малайҙарға, иғтибар бүлде. Ғөмүмән, Фәйзрахман Шәйхетдин улы Әбйәлилдең кадрҙар составын булдырҙы. Өфөгә эшкә күскәс тә үҙенең урынына 30 йәшле лә тулмаған Милләт Ташбулат улы Хәкимовты ҡалдырҙы”, - тине Хәйҙәр Арыҫлан улы. 1969 – 1988 йылдарҙа Советтар Союзы Коммунистар партияһының Әбйәлил район комитеты секретары булып эшләгән Мират Бикмәтов Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән бергә эшләүе тураһында әйтте. “Энциклопедияла һәм төрлө баҫмаларҙа Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллин хаҡында күренекле дәүләт, сәйәсәт эшмәкәре тип яҙалар. Был, һис шикһеҙ, шулай. Ижтимағи-сәйәси тормошҡа юлды башлаған кеше булараҡ, Фәйзрахман Шәйхетдин улын ҡатмарлы һәм күп яҡлы партия эшендә үҙемдең уҡытыусым, остазым тип иҫәпләйем, - тине ул. – Шул уҡ ваҡытта Фәйзрахман Шәйхетдин улы хеҙмәттәшем дә – Советтар Союзы Коммунистик партияһының Әбйәлил район комитетында уның менән бергә 12 йыл эшләнек. Ул – беренсе секретарь, мин идеология буйынса секретарь булдым”. Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов үҙ улдарын хәтерләмәгән халыҡтың киләсәге юҡлығы тураһында белдерҙе. “Мин Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллин менән эшләү мөмкинлеге тейгән быуын вәкиленә ҡарайым, - тине Хәләф Хәлфетдин улы. – Бер ҡасан да уның кемгәлер тауыш күтәргәнен хәтерләмәйем. Уның өйөндә лә булыу бәхете тейҙе: ҡатыны менән бер-береһенә хөрмәт менән ҡарауына шаһит булынды. Тағы Әбйәлилдә Фәйзрахман Шәйхетдин улының тыуыуына 90 йәш тулыуын билдәләүҙә булырға, уға хөрмәтле мөнәсәбәтте күрергә яҙҙы. Әйткәндәй, бөгөн һәр береһенә билдәле “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы, тирмәләрҙә байрам итеү тап ул идара иткән осорҙа Әбйәлилдә барлыҡҡа килде”. Оҙаҡ йылдар газ сәнәғәте өлкәһендә эшләгән Фәнис Исхаҡов үҙенең Әбйәлил кейәүе икәнлеге (ҡатыны күптәргә билдәле Альбина Исхаҡова. – А.Н.), ошо сәбәпле, йыш Әбйәлилгә барыуы тураһында һөйләне. “Беренсе тапҡыр Фәйзрахман Шәйхетдин улын 1969 йылда күргәйнем. Ул ваҡытта Ҡаҙағстанда нефть тармағында эшләй инем. Фәйзрахман Шәйхетдин улы тураһында тик яҡшы хәтирәләр ҡалды”, - тине ул. БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Әхтәм Абушахманов сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһенә етди иғтибар бүлеүе тураһында һөйләне. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙенең Әбйәлил кейәүе булыуы һәм Фәйзрахман Шәйхетдин улының ейәнсәрҙәрен яратыуы, балаларына, яҡындарына йылы иғтибары, хәстәрлеге тураһында әйтте Ул Фәйзрахман Хисмәтуллиндың улы Батыр Фәйзрахман улына үҙенең китабын бүләк итте. Сарала шлай уҡ Әбйәлил районының элекке хакимиәте башлығы Владимир Павлюкович үҙенең Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән дүрт йыл эшләүе, уның кешеләрҙең мөмкинлектәрен күрә белеүе, уларҙы районды алға сығарыу өсөн йәлеп итә алыуы, кадрҙар үҫтереүе тураһында әйтте. – Атайым төрлө йәһәттән һәләтле кеше ине. Ул күп уҡыны, башҡорт һәм рус телдәрен яҡшы белде, грамоталы булды. Михаил Шолохов, Константин Симонов кеүек билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән әүҙем яҙышты. Ғилми дәрәжәнә эйә булмаһа ла, ғәмәлдә ғалим ине. Бер нисә йыл буйы тәбиғәт күренештәрен яҙып бара ине. Тағы атайым һәр саҡ һүҙендә торҙо, - тине Батыр Фәйзрахман улы. – Атайым тураһында һөйләгәндә, әсәйем тураһында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Улар бер-береһенә ихтирамлы, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен бик ныҡ яратты”. Әбйәлил районының иҡтисады һәм мәҙәниәтен үҫтереү буйынса оҙаҡ йылдар хеҙмәте өсөн Ф.Ш. Хисмәтуллин “Ленин”, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, “Почет билдәһе” ордендарына һәм төрлө миҙалдарға лайыҡ булған. Ул – Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әбйәлил районының почетлы гражданы (үлгәндән һуң бирелгән). Советтар Союзы Коммунистар партияһының XXIV һәм XXV съездарының делегаты, 4-се саҡырылыш депутаты, БАССР-ҙың бер нисә саҡырылыш Юғары Советы Президиумы ағзаһы итеп һайланған. Фәйзрахман Шәйхетдин улы 1977 – 1986 йылдарҙа республиканың Юғары Советы Президиумы секретары булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уға СССР-ҙың персональ пенсияһы тәғәйенләнгән. Яҡты донъянан киткән көнгә, 1998 йылдың 7 февраленә тиклем, Фәйзрахман Шәйхетдин улы ветерандар ойошмаларында әүҙем эшләүен дауам иткән: Өфө ҡалаһы Киров районы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ветерандар советы рәйесе булған. Советтар Союзы Коммунистарн партияһының район комитеты бинаһында Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға иҫтәлекле таҡтаташ Асҡарҙағы элекке райком бинаһына һәм Өфөлә үҙе йәшәгән йортҡа ҡуйылған. Әбйәлил районының Асҡар һәм Тупаҡ ауылдары урамдары уның исемен йөрөтә. Шәрифә менән Фәйзрахман Хисмәтуллиндар ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнгән. Уларҙың һәр береһе үҙенең хеҙмәт юлын тапҡан, ғаилә ҡорған: Булат – төҙөүсе, Зәйтүнә – табип, Зөлфиә – педагог, Батыр инженер һөнәрен һайлаған. Уларҙың һәр береһе әсәйе менән атайының данлы юлын дауам итә, быуындар сылбырын өҙмәй, балалар үҫтерә, ейән-ейәнсәрҙәр баға. Автор фотолары. Фәйзрахман Хисмәтуллиндың ҡыҙы Зөлфиә: - Бөгөн – беҙҙең өсөн айырыуса үҙенсәлекле көн, сөнки атайыбыҙҙың тыуыуына - 100 йыл. Беҙҙең өсөн ул тәү сиратта, әлбиттә, ҡәҙерле атай ине. Талапсан, әммә изге күңелле, ғәҙел атай булды, ҙур тормош юлын үтте. Ул – Белоруссиянан Германияға тиклем яу юлын үткән кеше. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң оҙаҡ йылдар тыуған Әбйәлил районында эшләне һәм уны алғы һыҙыҡтарға сығарҙы. Атайым кадрҙар сәйәсәте менән күп шөғөлләнде. Уның ваҡытында күп кенә республика эшмәкәрҙәре үҫеп сыҡты – улар районды алға сығарыу өсөн барлыҡ көсөн һалған етәкселәр. Улар – республикабыҙ, районыбыҙ өсөн күп эш башҡарған кешеләр. Мин уға рәхмәтлемен: беҙ бәхетле ғаилә инек. Барыһы өсөн дә атай-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Хәйҙәр ВӘЛИЕВ, Башҡортостандың Конституция советы рәйесе: - Фәйзрахман Шәйхетдин улы, тотош Әбйәлил районы халҡы өсөн кеүек, минең өсөн дә бик әһәмиәтле кеше булды. Тормош юлымда ҙур роль уйнаған шәхес ине. Бала сағымдан уның кем икәнлеген, халыҡ менән нисек аралашҡанын, кешелекле, ихтирамлы икәнлеген күреп белеп үҫкәс, уның кеүек булырға тырыштым. Шул уҡ ваҡытта ул йәштәргә иғтибарҙы күп бүлде – уның дәүерендә Әбйәлилдә ныҡлы кадрҙар составын булдырҙы. Өфөгә эшкә күскәндә лә ул үҙенең урынына 30 йәше лә тулмаған Милләт Хәкимовты ҡалдырҙы. Был – Башҡортостанда булмаған хәл. Мират Бикмәтов, Владимир Павлюкович кеүек кадрҙарҙы ваҡытында күрә һәм үҫтерә белде. Өфөлә лә һәр саҡ ул кеше менән аралашты, һәр кемгә ихтирамлы булды. Айрат ӘМИНЕВ, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы: - Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллин – беҙҙең төп дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе. Беҙ уның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. 12 декабрҙә районыбыҙҙың 95 йыллыҡ юбилейын үткәрәбеҙ. Тап Фәйзрахман Шәйхетдин улының оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә район ваҡытында алға киткән. Ошо көндө уға һәйкәл асыу планлаштырылған, башҡа саралар ҡаралған. Шуға күрә яҡташтарыбыҙҙы был сараларға саҡырабыҙ. Динир ӘХМӘТЙӘНОВ, дәүләт эшмәкәре: - Фәйзрахман Шәйхетдин улы тураһында күберәк үҙемдең өләсәйемдең, әсәйемдең һөйләүҙәренән беләм. Улар Фәйзрахман Хисмәтуллин район редакцияһында хеҙмәт иткәндә бергә эшләгән. Яҡындарым уның ябайлығын билдәләй, кешеләргә ҙур иғтибар менән ҡарағанлығы тураһында әйтә ине. Әрме хеҙмәтенән һуң эшләгәндә Фәйзрахман Шәйхетдин улы Өфөгә эшкә күскәйне, әммә уның үҙе менән бергә эшләгән уҡыусылары, хеҙмәттәштәре һәр саҡ ихтирам менән ҡараны. Аҙаҡ беҙ партия уҡыуҙарында булған саҡта лекциялар уҡығайны. Ул ошо исемлектәге Әбйәлил егеттәрен табып, бик оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙо. Унан һуң да оҙаҡ йылдар аралашып йәшәнек. Уның турала күңелемдә тик йылы уйҙар ҡалды.