Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Талаптарҙы үтә һәм ике мең һум ал!

Талаптарҙы үтә һәм ике мең һум ал! Яңы йыл алдынан “Башэлектросбыт” электр утынан файҙаланыусы граждандар араһында акция үткәрә. Кем ноябрь өсөн барлыҡ иҫәпләүҙәрҙе түләгән һәм 15 декабргә тиклем бурысы юҡ икән, автоматик рәүештә ҡатнашыусы була. Акция 2025 йылдың 1 декабренән 15 декабргә тиклем дауам итә. Файҙаланылған электр энергияһы өсөн иҫәпләмәләрҙе ваҡытында түләгәндәр уңышҡа өмөт итә ала. 24 декабрҙә бүләктәр отошо үткәреләсәк. Осраҡлы һандар интернет-генераторы акция талаптарын үтәгән 300 осраҡлы еңеүсене билдәләйәсәк. Уларҙың барыһы ла үҙ иҫәбенә 2 мең һум аласаҡ. Был аҡса электр энергияһы өсөн буласаҡ түләүҙәр иҫәбенә ҡушыласаҡ һәм Яңы йылда коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙе экономияласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте “Башэлектросбыт”тың рәсми сайтында алырға мөмкин. Сығанаҡ, фото: “Башэлектросбыт”. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!