Буранбай китапханаһы "Йәнтөйәкте данлай шәхестәр " исемле проект буйынса эшләй. Бөгөн ул ауылдың арҙаҡлы улы - Ә.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар сәнғәт мәктәбе директоры булып эшләгән БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,С. Юлаев ордены кавалеры Әхиәт Ғиниәт улы Ғәйетбаевҡа арналды. Ул 1963 йылдың 5 декабрендә Буранбайҙа тыуған. Музыкаға һөйөү тыуған мөхитендә һеңеп үҫкән: Әхиәт ағайҙың атаһы скрипкала уйнаған, әсәһе башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Баймаҡ музыка мәктәбендә уҡыта. 1997 йылдан - Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы директоры урынбаҫары, 2007 йылдан баш ҡаланың 9-сы балалар музыка мәктәбе директоры. Ә.Ғәйетбаев учреждениеға Ә. Исҡужиндың исемен биреүгә өлгәшә, мәктәп яңы бинаға күсә. Ул эшләгән осорҙа ҡурай, думбыра, торба, электрон музыка, эстрада вокалы кластары асыла. Халҡының ысын патриоты ине.Буранбайым тип янды. Ҡурайға стела ҡуйҙы, Һыулыүҙәк шишмәһен кәртәләтте. Шундай шәхестәрҙең араларҙан иртә китеүе үкенесле.Йәшәргә лә й
Буранбай китапханаһы "Йәнтөйәкте данлай шәхестәр " исемле проект буйынса эшләй
2 декабря 20252 дек 2025
~1 мин