▶️ "Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем, көн һайын, 19 сәғәттә эфирға сыға. Башҡортостан халҡы алғы фронттағы яҡташ хәрбиҙәргә ярҙам итә. Уртаҡ эштә бәләкәй ауылдар, ҡасабалар-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең өлөшө ҙур. Өфө ирекмәндәре бөгөн йөҙҙәрсә гуманитар йөк туплап, һалдаттарға булышлыҡ күрһәтә. “Өфө ваҡыты” тапшырыуының сираттағы сығарылышы ҡунаҡтары ошондай изге эш менән мәшғүл. Зөһрә Бүләкова, Әлфиә Матвеева, Минзифа Мәхмүтова бөгөн йөҙҙәрсә кешеләрҙе берләштереп, ирекмәндәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Көндәлек кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар хәстәрләүҙән тыш, улар маскировкалау селтәрҙәре үрә. "Өфө ваҡыты" тапшырыуы дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем, көн һайын, 19 сәғәттә эфирға сыға. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».