Республика башлығы менән оператив кәңәшмәнән иң мөһиме: 🤳🏼 Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә килгән һорауҙар өҫтөндә эш әле лә дауам итә. Дөйөм алғанда, республика башлығына 6 355 мөрәжәғәт килгән, 2 400 һорау хәл ителгән дә инде. 3 919 мәсьәлә буйынса ҡарарҙар әҙерләнә. 🏆 «Ауыл тренеры» республика программаһы сиктәрендә 5 тренер 1 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Улар Ишембай, Туймазы, Учалы, Яңауыл һәм Дыуан райондарының спорт мәктәптәрендә эшләй. 🏙️ Өфөнөң Дим районы биләмәһен мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүҙәре ихтимал. Район майҙанында 40-тан ашыу архитектура ҡомартҡыһы бар, улар буйынса берәмләп эшләүгә ҡарағанда тотош биләмәне мәҙәни мираҫ тип таныу урынлыраҡ һанала. Был тәжрибә әлегә Черниковка биҫтәһендә һыналған. ⛰️ Быйыл Башҡортостандың тәбиғәт парктары 269 мең ярым турист ҡабул иткән. Был һан уҙған йылға ҡарағанда 67 процентҡа күберәк. 🎣 Республиканың Экология министрлығы МХО ветерандарын браконьерҙар менән көрәшкә йәлеп итә. Хәрбиҙәр дрон