МӘТРҮШКӘЛЕ СӘЙҘӘР ЮҠҠА ҒЫНА МАҠТАЛМАЙ... Хәҙер тромб менән күп китәләр. Ҡан ойой ҙа ҡуя. Ковид эҙемтәһе лә был. Ҡан шыйығайтыусы үҫемлектәр, емеш-еләктәр байтаҡ. Аҡ тирәк ҡайырыһы был йәһәттән иң көслөһө тип яҙалар. Халҡыбыҙ мәтрүшкәле сәй эскән, ә ул ҡанды шыйығайтыуы менән билдәле. Ул "насар" холестеринды ла кәметә икән. Шулай уҡ ябай ғына сараларҙан ҡырағай әберсә япрағы, туҡранбаш, сөгөлдөр ҙә бар. Ә бына ҡаны шыйыҡтарға был үҫемлектәрҙе һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә.