Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үтте

Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үтте. Был байрамға МХО(СВО) ла хеҙмәт итеп йөрөгән ир -егеттәребеҙҙең яҡын кешеләрен:әсәйҙәрен, ҡатындарын саҡырылды. Әсәйҙәрҙе ҡотлап үҙенең изге теләктәрен еткерҙе мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Фуат ҡыҙы. Сара аҙағында һәр әсәгә бәләкәс кенә бүләктәр тапшырылды. Артабан сара сәй табыны артында дауам итте. Бөтә әсәйҙәрҙе матур байрамдары -Әсәләр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа оҙон ғүмер, ҡоростай сәләмәтлек, бәхетле, шатлыҡлы көндәр, балалар изгелеге, аяҙ күк йөҙө , улдарығыҙҙың иҫән -һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Хәйбулла районының Йәнтеш мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған бик матур сара үтте. Был байрамға МХО(СВО) ла хеҙмәт итеп йөрөгән ир -егеттәребеҙҙең яҡын кешеләрен:әсәйҙәрен, ҡатындарын саҡырылды. Әсәйҙәрҙе ҡотлап үҙенең изге теләктәрен еткерҙе мәҙәниәт хеҙмәткәре Лена Фуат ҡыҙы.

Сара аҙағында һәр әсәгә бәләкәс кенә бүләктәр тапшырылды. Артабан сара сәй табыны артында дауам итте. Бөтә әсәйҙәрҙе матур байрамдары -Әсәләр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа оҙон ғүмер, ҡоростай сәләмәтлек, бәхетле, шатлыҡлы көндәр, балалар изгелеге, аяҙ күк йөҙө , улдарығыҙҙың иҫән -һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.