Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Архив эше иғтибар талап итә

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең архив эштәре буйынса Идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин хәбәр итте. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда архив документтарының дөйөм күләме 9 миллион берәмектән ашыу. Белгестәр фондтарҙы һанлаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй – 187 меңдән ашыу документ электрон форматҡа күсерелгән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округының тәүге биш төбәге иҫәбенә инә. Бынан тыш, Башҡортостандың милли архивы “архив эше” һәм “эш алып барыу” йүнәлештәре буйынса өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра башланы. Уҡыу көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу форматында үтә. Киләсәктә электрон белем биреү платформаһында онлайн-курстар әҙерләү планлаштырыла. Илһам Фәтҡуллин төбәктең идара итеү командаһына матди-техник базаны нығытыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан етәкселеге ярҙамында Милли архив майҙаны өстән бер өлөшкә артҡан һәм 15 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Фото

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең архив эштәре буйынса Идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин хәбәр итте. Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда архив документтарының дөйөм күләме 9 миллион берәмектән ашыу. Белгестәр фондтарҙы һанлаштырыу өҫтөндә әүҙем эшләй – 187 меңдән ашыу документ электрон форматҡа күсерелгән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округының тәүге биш төбәге иҫәбенә инә. Бынан тыш, Башҡортостандың милли архивы “архив эше” һәм “эш алып барыу” йүнәлештәре буйынса өҫтәмә һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашыра башланы. Уҡыу көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу форматында үтә. Киләсәктә электрон белем биреү платформаһында онлайн-курстар әҙерләү планлаштырыла. Илһам Фәтҡуллин төбәктең идара итеү командаһына матди-техник базаны нығытыуға булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан етәкселеге ярҙамында Милли архив майҙаны өстән бер өлөшкә артҡан һәм 15 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.