Хеҙмәттәшебеҙ Нәсих Хөббөтдин улы Хәлисов әсәһе тураһында бына ни яҙа: "Бар донъяны йылыта алырлыҡ оло йөрәк. Ауыр һынауҙар үткәндә лә тормошҡа һөйөп бағыу. Илар саҡта ла йылмайырға көс табыу... Бындай сифаттар – әсәйҙәрҙә генә. Уларҙың рухы, ихтыяр көсө, йөрәк йылыһы тормош усағын һүндермәй һаҡлай.Түҙемле лә инде Әсә йөрәге!Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар. Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.Ҡәҙерле кешем Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуған. Быйыл йәй ул 90 йәшен тултырҙы, Аллаға шөкөр. Әсәйем йәш кенә килеш кейәүгә сығып, артабанғы бар ғүмерен килен булып төшкән еренә – ошо райондың Ишбулды ауылына бәйләй. Атайым менән күмәк балаларын эшһөйәр, уңған, әҙәпле, маҡсатлы, һөнәрле итеп үҫтерҙе улар. Әсәйемә, атайымдан иртә яңғыҙ ҡалып, тормошта күп ҡайғы-хәсрәттәр күрергә тура килде. Ә балаларҙан иң тәүҙә Сәүиә һеңлемде юғалттыҡ, унан Фәнил ҡустым китеп барҙы. Фәтих ағайымды, Фатима еңгәмде һуңғы юлға оҙатыу ҙа әсәй йөрәгенә юйылмаҫ яралар һалды. 2017 йылды
Ошо йәшемәсә әсәйле булғаным өсөн Хоҙайға мең рәхмәт
1 декабря 20251 дек 2025
1 мин