Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Төҙөүселәр өсөн яңы оҫтахана асылды

Лазерлы заманса иретеп йәбештереү аппараты был уҡыу йорто өсөн “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы алынған. Сарала төп сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙ-үҙен көйләүсе ойошма вәкилдәре, һөнәри уҡыу йорттары һәм мәктәп директорҙары, шулай уҡ хеҙмәттәш ойошмалар һәм эш биреүселәр ҡатнашты. “Технологиялар, белем биреү, һөнәр: иретеп йәбештереү эшенең киләсәгенә ҡараш” стратегик сессияһы был сараның мөһим өлөшөнә әйләнде. Эксперттар иретеп йәбештереү тармағының үҫеш тенденциялары буйынса фекер алышты. Вадим АДНАСУРИН, “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙ-үҙен көйләүсе ойошма директоры: - Яңыртылған ҡорамалдар ҡуйылған уҡыу зоналарын булдырыу һөнәргә өйрәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә, студенттарға заманса һәм киләсәге ҙур булған иретеп йәбештереү технологияларын үҙләштереү форсаты бирә. “Профессионалитет” проектын артабан үҫтереү мөһим, бында предприятиеларҙы ла урта һөнәри белем биреүҙең сифатын күтәреү процесына йәлеп ит

Лазерлы заманса иретеп йәбештереү аппараты был уҡыу йорто өсөн “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проектына ярашлы алынған. Сарала төп сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙ-үҙен көйләүсе ойошма вәкилдәре, һөнәри уҡыу йорттары һәм мәктәп директорҙары, шулай уҡ хеҙмәттәш ойошмалар һәм эш биреүселәр ҡатнашты. “Технологиялар, белем биреү, һөнәр: иретеп йәбештереү эшенең киләсәгенә ҡараш” стратегик сессияһы был сараның мөһим өлөшөнә әйләнде. Эксперттар иретеп йәбештереү тармағының үҫеш тенденциялары буйынса фекер алышты. Вадим АДНАСУРИН, “Башҡортостан төҙөүселәре” үҙ-үҙен көйләүсе ойошма директоры: - Яңыртылған ҡорамалдар ҡуйылған уҡыу зоналарын булдырыу һөнәргә өйрәтеү мөмкинлектәрен киңәйтә, студенттарға заманса һәм киләсәге ҙур булған иретеп йәбештереү технологияларын үҙләштереү форсаты бирә. “Профессионалитет” проектын артабан үҫтереү мөһим, бында предприятиеларҙы ла урта һөнәри белем биреүҙең сифатын күтәреү процесына йәлеп итергә кәрәк. Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!