Башҡортостанда Ырымбур өлкәһе менән сиктәш Таналыҡ йылғаһы аша күпер эшләй башланы. Хәйбулла районында Аҡъяр - Яңы Черкассы - Ырымбур өлкәһе сиге юлында Яңы Ергән ауылы эргәһендә Таналыҡ йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау тамамланды. Эштәр «Йәшәү өсөн инфраструктура»( национальный проект «Инфраструктура для жизни») милли проекты сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә республиканың Транспорт министрлығы. 131 метр оҙонлоғондағы яһалма ҡоролмала күләмле эштәр башҡарылған: 49 балка ҡуйылған, япма яңыртылған, тротуарҙар, барьер һәм яндауыр ҡоймалары һалынған. —Аҡъяр - Яңы Черкассы - Ырымбур өлкәһе сиге Хәйбулла районы халҡы өсөн мөһим роль уйнай. Ул беҙҙең республиканы Ырымбур өлкәһе менән бәйләй, шулай уҡ пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы тәьмин итә. Тап шуға Яңы Ергән ауылы эргәһендә Таналыҡ йылғаһы аша күперҙе тәртипкә килтерергә кәрәк ине. Ул насар торошта булған һәм уны файҙаланыу хәүефһеҙ булмаған. Күперҙә капиталь ремонт уҙған йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә ба