Найти в Дзене

ЯИ - ул яһалма интеллект

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ системаһына яһалма интеллектты индереүҙе киңәйтеү тураһында фекер алыштылар. Андрей Геннадьевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яһалма интеллект индереү һәр йәһәттән дә отошло, ул ниндәй ҙә мәсьәләне хәл итеү өсөн 60 процент ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ. – Бөгөн яһалма интеллект айырым яңылыҡ булып йәшәй алмай һәм беҙгә аңлайышлы булып танылды, – тине Андрей Назаров. – Ул иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һәм дәүләт идаралығына матур һөҙөмтәләр килтерә. Әйткәндәй, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған. – Яһалма интеллект - кешеләргә файҙа килтерә торған уңайлы инструмент, – тигән ул. – Әлбиттә, мин текстарҙы һәм һүрәттәрҙе генерациялау тураһында әйтмәйем. Яһалма интеллектты файҙаланыу ресурстарҙы экономиялауға килтерә һәм эштәрҙе ҡулайлаштырыуға булышлыҡ итә – йәмәғәт транспортындағы эштәрҙән алып мәктәптә балаларҙы туҡландырыуға тиклем. Ан

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ системаһына яһалма интеллектты индереүҙе киңәйтеү тураһында фекер алыштылар. Андрей Геннадьевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, яһалма интеллект индереү һәр йәһәттән дә отошло, ул ниндәй ҙә мәсьәләне хәл итеү өсөн 60 процент ваҡытты ҡыҫҡартасаҡ. – Бөгөн яһалма интеллект айырым яңылыҡ булып йәшәй алмай һәм беҙгә аңлайышлы булып танылды, – тине Андрей Назаров. – Ул иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һәм дәүләт идаралығына матур һөҙөмтәләр килтерә. Әйткәндәй, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған. – Яһалма интеллект - кешеләргә файҙа килтерә торған уңайлы инструмент, – тигән ул. – Әлбиттә, мин текстарҙы һәм һүрәттәрҙе генерациялау тураһында әйтмәйем. Яһалма интеллектты файҙаланыу ресурстарҙы экономиялауға килтерә һәм эштәрҙе ҡулайлаштырыуға булышлыҡ итә – йәмәғәт транспортындағы эштәрҙән алып мәктәптә балаларҙы туҡландырыуға тиклем. Андрей Геннадьевич Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығына республика Хөкүмәте эшенә яһалма интеллекты индереү буйынса Юл картаһын эшләүҙе һәм иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарына индереүҙе башларға ҡушты. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.