Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Уларҙың барыһы ла Тыуған иленең илһөйәрҙәре

“Башҡортостан геройҙары” – файҙалы программа. Ул ысынбарлыҡтан айырылмаған, ҡаһарман һәм яуаплы кешеләрҙе уҡытыу һәм әйҙәүсе кадрҙар позицияһына йәлеп итергә булышлыҡ итә. Иң мөһиме: улар – Тыуған иленең илһөйәрҙәре. Һәм быны хеҙмәте менән раҫланылар, – тип һөйләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов. – Стәрлетамаҡтан ошо программала өс махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар – Олег Конев, Василий Дудник һәм Данат Бикташев. Был егеттәргә беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”. Данат Ринат улы Бикташев иһә Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Әле ул демобизацияланған, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтендә эшләй һәм бер юлы “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса белем ала. “Хакимиәт башлығы булараҡ, уға муниципаль хеҙмәт үҙенсәлектәрен күрһәтәм. Данат Ринат улы минең менән бергә барлыҡ кәңәшмәләрҙә була. Ҡала объекттарын бергәләп ҡарайбыҙ, ҡала мәсьәләлләренә ныҡлап “сумһын” өсөн эшлекле сәфәрҙә булабыҙ, - тине Эмиль Владиславович. – Ул барыһын да уңышлы атҡара, үҙе өсөн күп нәмәне

“Башҡортостан геройҙары” – файҙалы программа. Ул ысынбарлыҡтан айырылмаған, ҡаһарман һәм яуаплы кешеләрҙе уҡытыу һәм әйҙәүсе кадрҙар позицияһына йәлеп итергә булышлыҡ итә. Иң мөһиме: улар – Тыуған иленең илһөйәрҙәре. Һәм быны хеҙмәте менән раҫланылар, – тип һөйләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов. – Стәрлетамаҡтан ошо программала өс махсус хәрби операция ветераны ҡатнаша. Улар – Олег Конев, Василий Дудник һәм Данат Бикташев. Был егеттәргә беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”. Данат Ринат улы Бикташев иһә Стәрлетамаҡта тыуып үҫкән. Әле ул демобизацияланған, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтендә эшләй һәм бер юлы “Башҡортостан геройҙары” программаһы буйынса белем ала. “Хакимиәт башлығы булараҡ, уға муниципаль хеҙмәт үҙенсәлектәрен күрһәтәм. Данат Ринат улы минең менән бергә барлыҡ кәңәшмәләрҙә була. Ҡала объекттарын бергәләп ҡарайбыҙ, ҡала мәсьәләлләренә ныҡлап “сумһын” өсөн эшлекле сәфәрҙә булабыҙ, - тине Эмиль Владиславович. – Ул барыһын да уңышлы атҡара, үҙе өсөн күп нәмәне тәүгә аса. Данат Ринат улының әйтеүенсә, элек, ҡәҙимге кеше булараҡ, барыһы ла ябай тип уйлаған. Әммә муниципалитетта эш һәр ваҡыттағыса күп, әммә беҙ кешеләргә яҡынбыҙ. Был осраҡта иғтибар, көс һәм күңелеңде һалып эшләү мөһим”. Күптән түгел Стәрлетамаҡта “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар булды (һүрәттә). Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте.